Пицца
Пицца — ғаилә менән бергә киске ашҡа йыйылғанда, табынға бирергә ҡулай булған туҡлыҡлы һәм танһыҡ ризыҡ.
Ингредиенттары
үҙгәртергәПицца ҡамыры
- 1 балғалаҡ ҡоро әсетке
- 2 балғалаҡ шәкәр ҡомо
- 1 стакан йылы һөт
- 100 грамм үҫемлек майы
- 2 йомортҡа
Әҙерләү
үҙгәртергәТәүҙә йылы һөткә әсетке, шәкәр ҡушып болғарға.
Һуңынан, әсетке бер аҙ ҡабарып сыҡҡас, үҫемлек майы, йомортҡаны туҡып ҡойорға.
Он һалып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға.
Уны 1 см ҡалынлығында итеп тотош итеп йәйеп һалырға.
Эслек әҙерләгәнсе ул ҡабара тора.
Эслеге
Эслекте һәр кем үҙенсә әҙерләй.
Миҫал өсөн, бәшмәкте ит турағыстан үткәреп, күп итеп һуған турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Йәки кистән артып ҡалған картуф иҙмәһе, ҡарабойҙай, дөгө бутҡаларын һыуытҡыстан алып ҡушырға була. Уларҙы ла шулай уҡ һуған ҡушып ҡыҙҙырып алырға.
Пиццаны шартына килтереү өсөн мотлаҡ ҡаты сыр, майонез һәм томат соусы кәрәк.
Ҡабарған ҡамырҙың өҫтөнә иң тәүҙә томат соусы һыларға кәрәк. Соуста тоҙ була, шуға күрә ҡамырға тоҙ һалынмай.
Әҙер эслекте ҡамыр өҫтөнә йәйгәс, ҡаты сырҙы ҡырғыстан үткәреп, эслек өҫтөнә һибергә. Сыр өҫтөнә майонез һыларға.
Иң өҫтән, дүңгәләкләп ҡырҡып, һуған, тоҙло ҡыяр, помидорҙарҙы ваҡ итеп турап йәки киҫәкләп һалырға. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала ярты сәғәт бешереп алырға.