- Ҙур бер эшләпә,
Бөтә өйҙө яңғырата.
- Йырлай ҙа, һөйләй ҙә —
Кешеһе күренмәй.
- Үҙе һөйләй — күренмәй.
- Үҙе һөйләй, үҙе көйләй,
Үҙе күҙгә күренмәй,
Саҡырһаң — килмәй.
- Тәҙрә башымда терәү,
Һөйләп тора берәү.
- Түрҙә ултырып, донъя гиҙәм,
Бар телдә лә һөйләй беләм.