Робинзон баҡсаһы
1921 йылда ҡаты аслыҡ була. Ундай ҡаты аслыҡ халыҡ телендә «йот йылы» тип атала. Урманлы урындарҙа йәшәгән халыҡты күпмелер дәрәжәлә урман үлемдән һаҡлап алып ҡалған. Дошмандан йәшеренергә, булған ғына аҙыҡ-түлеген талатмаҫҡа ярҙам иткән. Икенсе яҡтан, ашарға ниғмәттәрен дә биргән.
Ялан яҡтарына күсеп киткән бер ир, үлер алдынан тәгәрәп ятып илаған тип һөйләйҙәр ине. «Урманымды ташлап китмәһәм, үлмәҫ инем» — тип. Донъяның ғүмер өсөн хәүефле булған төрлө хәл-ваҡиғаларына әле лә тарыуыбыҙ бик мөмкин. Аҙашҡанда булһа ла, бирешмәҫ өсөн һәр-кем эйә булырға тейеш белем дәирәһе бар. Шуның береһе, ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе таный һәм таба белеү.
Робинзон баҡсаһы
үҙгәртергә- Аҡтамыр (Пырей). Аҡтамырҙың тамырында углевод, аҡһым, органик кислоталар, каротин була. Аҡтамырҙы ашҡа, турамаларға, төрлө гггширҙарға ҡушырға мөмкин. Киптерелгән аҡтамыр тамырын бутҡаға, кеҫәлгә, татлы аҙыҡтарға өҫтәйҙәр.
- Алабута (Лебеда). Витаминдарға бай алабутаны турамаларға һәм аштарға шпинат урынына һалалар.
- Билсән (Бодяк) Билсән һәм шайтан таяғы кеүек сүп үләндәре лә ашарға яраҡлы. Билсәндең йәш япраҡтарын һыуҙа йәки әҙ генә тоҙ өҫтәлгән һыуҙа тотоп, әсе тәмен бөтөргәндән һуң, турамаларға өҫтәйҙәр. Ул ашҡа үҙенсәлекле тәм бирә һәм аппетитты аса.
- Көтөүсе муҡсаһы (Пастушья сумка). Көтөүсе муҡсаһының йәш япраҡтарынан турама яһайҙар, аш бешерәләр, бәлеш өсөн эслек итеп ҡулланалар, ә уның орлоҡтары горчица һәм боросто алыштыра ала.
- Ҡаҙ үләне (Лапчатка гусиная).Ҡаҙ үләне аштар һәм турамалар әҙерләүҙә ҡулланыла. Был үҫемлекте тамыры менән бергә тәмләткес итеп, төрлө аҙыҡтарға өҫтәйҙәр.
- Ҡырҡбыуын йәки шыршы үләне углевод һәм майҙарға бай. Уны тоҙларға ла, турама, аш һәм бәлеш өсөн эслек итеп ҡулланырға ла ярай.
- Ҡуян тубығы, ҡуянтубыҡ (Бутень).Ҡуян тубығы турама өсөн яҡшы. Тоҙланған көйө лә ҡулланыла.
- Меңьяпраҡ (Тысячелистник обыкновенный) Меңьяпраҡ дарыу үләне булараҡ ҡына түгел, ә аҙыҡ әҙерләгәндә лә ҡулланыла. Унда органик кислоталар, каротин, К витамины, фитонцидтар күп. Меңьяпраҡтың япрағы тәмләткес булараҡ турамаларға, ит һәм балыҡ аҙыҡтарына ҡушыла.
- Шайтан таяғы (Татарник). Шайтан таяғын икенсе төрлө ҡыр артишогы тип йөрөтәләр, уның япраҡтарын турамаларға һәм беренсе аштарға өҫтәргә була. Шайтан таяғының тамырында инулин бар, шуға ла уны диабетты дауалағанда ҡуллан алар.
- Юл япрағы (Подорожник). Юл япрағында каротин, К витамины, лимон кислотаһы, фитонцидтар бар. Уның йәш япраҡтарын үҫемлек турамаларына, ит аҙыҡтарына, эсемлектәргә ҡушырға ярай.