Робинзон икмәге
Робинзон — кеше йәшәмәгән утрауҙа үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булған әҙәми зат ҡына түгел, ә тәбиғи шарттарҙа көн итеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә белгән кеше.
Робинзон икмәге
үҙгәртергәӘҙерләү ысулы
үҙгәртергәАҡ томбойоҡ (Кувшинка белая) робинзон икмәген бешереү өсөн сеймал була ала. Сөнки уның тамыры һәм һабағы туҡлыҡлы матдәләргә бай. Унда 49 процент крахмал, 8 процент аҡһым, 20 процент тирәһе шәкәр бар.
Он әҙерләү өсөн тамыр-һабаҡты йыуалар ҙа, туҡмас һымаҡ бүлгеләп сығалар. Унан 1 см тирәһе киҫемдәр яһап ваҡлайҙар. Ҡояшта йәки мейестә киптереп алғас, таш менән йәки ҡул тирмәнендә онтайҙар.
Тамырҙа сереүҙән һаҡлай торған дуплаусы матдәләр (дубильные вещества) була. Улар онға әсе тәм бирә. Шул тәмде бөтөрөү өсөн бер нисә сәғәткә он өҫтөнә һыу ҡойоп ултыртып торалар. Өс ҡат шулай һыуын алыштырғас, тондоралар. Һыуын һарҡытып, ондо киптереү өсөн йоҡа ғына итеп йәйеп һалалар.
Поход шарттарында икмәк өсөн әсетке былай эшләнә. Икмәк киҫәген йылы һыуҙа ебетеп, бер аҙ он өҫтәйҙәр һәм йылыға ултыртып ҡуялар. Ҡамыр әскелтем еҫ сығарып күперә башлаһа, әсетке әҙер була. Котелокта әсетке ҡушып ондан ҡамыр эшләйҙәр. Йылыға ултыртып ҡуйып, 5-6 сәғәт ҡамырҙың күтәрелеүен көтәләр.
Ул арала тар ғына, ҙур булмаған соҡор ҡаҙып, төбөн һәм диуарын яҫы таштар менән көпләйҙәр. Эсенә ут яғалар. Таштар ҡыҙғас, күмерен һәм көлөн ситкә һеперәләр.
Ҡамырҙан йомро икмәк эшләп, өҫтөнә мәк йәки әнис орлоҡтары һибәләр. Дегәнәк япрағына төрөп, мейес эсенә, ҡыҙған таш өҫтөнә урынлаштыралар. Өҫтән кәҫ менән ҡаплап ут яғалар. Бер сәғәт үткәс, нәҙек кенә сыраны батырып ҡарайҙар. Сыра ҡоро сыҡһа, икмәк әҙер була.
Робинзон икмәге өсөн үҫемлектәр
үҙгәртергә- Һары томбойоҡ (Кубышка)
- Екән (Рогоз)
- Сәскәле ҡамыш (Сусак зонтичный)
- Һыу сәтләүеге (Чилим)
- Исландия лишайнигы
- Арыш күстерәһе (Костер ржаной)
- Исландия лишайнигы
- Шауғамыш, ҡомай үләне (Манник крупный)
- Имән сәтләүеге
- Дегәнәк тамыры