Робинзон сәйе

Робинзон сәйе өсөн үҫемлектәр

үҙгәртергә

Сәй әҙерләү ысулы

үҙгәртергә
  • Бәҫәртеү:сәй өсөн үләнде 5 сантиметрға тиклем ҡалынлыҡта, бер тәүлек тирәһе күләгәлә һулытып, бәҫәртеп һалып ҡуялар.
  • Ыуыу: Саҡ ҡына һуты сығырлыҡ итеп ыуалар.
  • Ферментлаштырыу:ыуылған үҫемлектәрҙе 5 сантиметрға тиклем ҡалынлыҡта йәшниккә йәки табаға һалалар, еүеш сепрәк ҡаплап, 6-10 сәғәткә 26°С температурала тоталар.
  • Киптереү: ферментлаштырылған үләнде 100°С температурала 40 минут тирәһе киптерәләр (мейестә, духовкала).

Сәйҙе бер үҫемлектән йәки бер нисә үҫемлекте ҡушып эшләргә була.

Айырым ҡулланып булғандары:

  • Турғай еләге йәки ҡайын еләге, Земляника лесная(япраҡтары)
  • Шартый еләк йәки ер еләге, Клубника(япраҡтары)
  • Ағас еләге йәки ҡурай еләге, Малина (япраҡтары)
  • Сейә, Вишня(япраҡтары)
  • Боланут, Кипрей узколистный(япраҡтары, бутоны) — капор сәйе исеме менән билдәле.
  • Боланут йәки Ҡыртан үләне, Иван-чай(япраҡтары, сәскә бутоны)
  • Мәтрүшкә, Душица обыкновенная(япраҡтары, сәскәләре).

Әҙерләү мәлендә ниндәй үҫемлектәр булыуына ҡарап ҡушылмалар (сбор) эшләп була. Сифатлы итеп әҙерләнгән үлән сәйҙәре менәни магазин сәйҙәре ярыша ла алмай.

Шулай уҡ, дарыу итеп ҡулланыу маҡсатында, махсус үҫемлектәр менән төрләндереп, дауалаусы сәй ҡушылмалары әҙерләргә мөмкин.

Мәҫәлән, әҙ ҡанлылыҡтан сәй составы:

  • Турғай еләге, Земляника лесная (япраҡтары) — кобальт, тимергә, фолий кислотаһына бай.
  • Шартый еләк, Клубника (япраҡтары) — тимергә, фолий кислотаһына бай.
  • Ағас еләге, Малина (япраҡтары)— фолий кислотаһына, В12 витаминына (цианкобальтамин) бай. Тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Әлморон йәки Гөлйемеш, Шиповник (япраҡтары) — фолий кислотаһы, кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Сейә, Вишня (япраҡтары)— фолий кислотаһы, тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Боланут, Кипрей узколистный(япраҡтары, бутоны) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • ba:Боланут йәки Ҡыртан үләне, Иван-чай(япраҡтары, сәскә бутоны)
  • Ҡара көртмәле, Черника (япраҡтары) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Ҡарағат, Смородина (япраҡтары)— кобальт, баҡыр, тимер сығанағы
  • Кесерткән, Крапива (япраҡтары)— тимер, кальций тоҙҙары, викасол сығанағы
  • Туғай клеверы— В12 витаминына бай (цианкобальтамин).
  • Ҡандала үләне, Донник лекарственный(сәскә, япраҡтары) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Ҡара мышар, Арония — тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Крыжовник (япраҡтары) — тимер, баҡыр иондары сығанағы.