Родина ауылын мәктәбенә 50 йыл.(1970 -2020)


Родина ауылын мәктәбенә 50 йыл.(1970 -2020)



Балаларға белем алыр өсөн башланғыс мәктәп асыла.7-се һанлы совхоздағы(эдек Родина ауылы шулай атала)башланғыс мәктәп тәүҙә бәләкәй генә өйҙә урынлашһа, унан уны баракка күсерәләр. башланғыс кластарҙы тамалаусылар 5-се класҡа уҡырға күршеләге 2 саҡрым алыҫлыҡтағы Дубровка 8 йыллыҡ мәктәбенә йөрөйҙәр.Һәм бына 1970 йылда инде Родина исемен йөрөткән ауылда 8 йыллыҡ мәктәп асыла, ул ныҡлы итеп таштан төҙөлә. Родинала мәктәп асылғас Дубровка ауылындағы 8 йыллыҡ мәктәп ябыла һәм күрше тирә-яҡ Цапаловка, Дубровка, Красный пахарь ауылдарынан Победа колхозының автобусы уҡыусыларҙы Родинаға йөрөтә башлай.Хатта Игенйылға ауылынан да өс уҡыусы йөрөй (күрәһең русса өйрәнгеләре килгәндер).Был ваҡыттарҙа уҡыусылар һаны хатта 200-гә барып етә, параллель кластар ҙа булалар.Беҙҙең күршебеҙ Соколова Надежда Александровна - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Улар тормош иптәше Соколов Константин Александрович менән мәктәптең асылған ваҡытынан уҡ эшләйҙәр. Быға тиклем улар Дубровка ауылында уҡытһалар, Родинала мәктәп асылғас, өй һатып алып күсеп киләләр. Уның һөйләүе буйынса
мәктәптең тәүге директоры Ҡаһарманов Хәлит Ғиниәт улы була, унан һуң Воронеж институтынан юллама менән Федяинов И.Г.килә.Уның менән бергә килгән Антипин А.И.математиканан уҡыта.Башланғыс класс уҡытыусылары булып Рогачева Лидия Ипатьевна, Рогачева Таисия Ивановна, Смоленцева Александра Георгиевна, Аюпова Фәүзиә Мәжит ҡыҙы эшләйҙәр.Рус теленән Соколова Н.А һәм Шабалина А.Н.уҡытһалар, математиканан Пименева М.С,тарихтан һәм хеҙмәттән Соколов К.А.химиянан Домрачев Б.В,инглиз теленән Беспалова В.П. физкультуранан һәм географиянан Аюпов Г.Х.белем бирә.Федяиновтан һуң мәктәп директоры булып Пирогов Е.М., Унан һуң Хабибуллин Р.Х эшләй . Ул ваҡыттарҙа мәктәп гөрләп тора.Тора -бара Родина мәктәбен урта мәктәпкә әйләндерәләр.
 Уҡыусылар һәм уҡытыусылар районда барған төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Уҡыусылар Татар Саскүле уҡыусылары менән көс һынашалар, ярышалар.Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге район үҙәгенә йыш сығыш яһарға бара, смотрҙарҙа ҡатнаша,уҡыусылар турист юлламалары менән Өфөгә, Мәскәүгә иҫтәлекле урындарҙы күрергә йөрөйҙәр.Шулай уҡ өлкән класс уҡыусылары Ҡазан, Ульяновск ҡалаларына ла сәйәхәткә баралар. Мәктәп Родина совхозына мал сөгөлдөрө үҫтереп йыйып алырға ярҙам итә һәм эш хаҡы аҡсаһына бер төркөм уҡыусылар уҡытыусылар оҙатыуында Украинаға Киев ҡалаһына экскурсияға баралар.Яйлап уҡытыусылар коллективе лә йәшәрә.Эшкә Пименеваның ҡыҙы Шапошникова Н.А.,Валиев А.А ҡатыны Людмила Васильевна менән, Вечерина Л.В. эшкә киләләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Әғләм Әкрәм улы мәктәпте етәкләй.Унан һуң директор булып Басариев В..һәм Кинйәбаев Р.Н.эшләнеләр. Йәштәрҙән Максютова Ф.В. Валиева З.Ф,Нафикова Г.К.Ишмөхәмәтова Р.М.уҡыусыларҙың яратҡан уҡыусылары булалар.Башланғыс кластарҙы уҡытырға Якупова Г.З,Иванова Е.И. киләләр. Эйе, ул саҡтарҙа мәктәп гөрләп торҙо!
Мин Родина совхозына 1975 йылда килен булып төштөм, ул саҡта мәктәп төҙөлөүгә бары биш йыл ғына уҙған булған икән.Минең ике ҡыҙым да Родина мәктәбендә белем алдылар,ул саҡта Родина мәктәбе урта мәктәп ине.Киске мәктәп тә эшләне ул йылдарҙа, 8 класс белемлеләр киске мәктәпкә йөрөп урта белемгә эйә булдылар.
Яйлап уҡыусылар һаны әҙәйә башланы, сөнки ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын ни сәбәптәндер Красноусол мәктәбенә йөрөтә башланылар.Балалар һаны кәмей башлағас мәктәп тәүҙә 9 йыллыҡ булып, унан тулы булмаған мәктәп булып эшләгәндән һуң 2018 йылда оптимизация тоҙағына эләгеп башланғыс мәктәп итеп ҡалдырылды.Уҡыусы балаларҙы 2-се һәм 1-се мәктәптәрҙең автобустары көн дә район үҙәгенә ташый. Хәҙерге ваҡытта Родина мәктәбе Красноусол 2-се һанлы мәктәбенең Родина башланғыс мәктәбе филиалы булып эшләһә лә статусы элеккесә ҡалған. Шулай булғас,ауыл халҡы мәктәптең ҡабатлап үҙ хоҡуғы менән эшләп китеүенә өмөтөн өҙмәй . Мәктәптә оптимизация алдынан ғына капиталь ремонт үткәрелеп, пластик тәҙрәләр ҡуйылып, балаларҙы ашатырға ашхана ла төкәтелеп эшләнгән ине. Мәктәп китапханаһы ла матур хәлдә.
Артыҡ күренекле шәхестәр сыҡмаһа ла 50 йыл буйына Родина мәктәбе үҙ ҡанаты аҫтынанбик күп уҡыусылар осорҙо. Улар юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарын тамамлап халыҡ тармағының төрлө өлкәләрендә тырыш хеҙмәт итәләр.Район үҙәгендәге танылған сауҙа эшҡыуарҙары - бер туған Хайруллин Дамир һәм Марс та Родина мәктәбе уҡыусылары. Чечен боларышында хәрби хәрәкәттә һәләк булған Мостафин Ринатҡа иҫтәлекле таҡта асылып мәктәптә эленеп тора.
Әлеге ваҡытта мәктәптә башланғыс кластарҙа 17 уҡыусы белем ала, ике уҡытыусы Якупоа Гөлшат һәм Габдиева Аксәскә уларға белем бирә.2-се һанлы мәктәп директоры Басыров Марат Рәил улы- Родина мәктәбендә лә етәксе. Шулай уҡ йыйыштырыусылар, ашнаҡсы һәм ҡарауылсылар бар.Бына ошондай хәлдә ҡаршыланы үҙенең 50 йәшен беҙҙең мәктәбебеҘ,өҫтәүенә пандемия ...
Тик беҙ мәктәбебеҙҙе Оло шатлығынан мәхрүм ҡалдырманыҡ, уның 50 йәшен *Родина хәбәрҙәре* төркөмөндә Онлайн үткәрҙек. Бик күп уҡыусылар үҙҙәренең ҡотлауҙарын яҙҙылар, йылы һүҙҙәрен әйттеләр, мәктәп йылдарының иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, видеоклиптәр ҙә эшләп һалдылар.Байрам аҙағында улар класташтар йышыраҡ осрашырға, күмәкләшеп йыйылған саҡта мәктәпте лә күреп, үҙҙәре уҡыған кластарға кереп сығырға һөйләштеләр. Мәктәп 50 йәшемде иҫкә төшөрөүсө лә булманы тип үпкәләмәҫ тип уйлайым.
Мәҡәләм аҙағында ауылыбыҙ мәктәбен барлыҡ сығарылыш уҡыусылары исеменән 50 йәшлек Юбилейе менән ҡотлайым! Уҡыусыларға яҡшы билдәләренә уҡыуҙарын , уҡытыусыларға уларға түҙемле белем биреүҙәрен теләйем!Ә мәктәбебеҙгә балалар һаны артып оло ҡыуаныс кисереүен теләйем!


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ. 29.11.2020