Сабата, ҡынйыраҡ (йомаҡтар)
- Бер сысҡанға ике ҡойроҡ.
- Ауыҙы бар — теле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ.
- Башы бар — муйыны юҡ,
Арҡаһы бар — биле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ.
- Башы бар — муйыны юҡ,
Биле бар — ҡорһағы юҡ,
Ҡабырғаһы бар — ите юҡ.
- Ике түңгәк,
Ике ҡойроҡ,
Бер кендек.
- Башы бар — мейеһе юҡ,
Ҡабырғаһы бар — ите юҡ,
Ауыҙы бар — теле юҡ,
Ҡойроғо бар — йөнө юҡ.
- Башы бар — мейеһе юҡ,
Арҡаһы бар — ҡорһағы юҡ,
Ике ҡойроғо бар, күҙе юҡ,
Көн дә бер мейескә кермәһә,
Күңеле юҡ.
- Шырым, шыҙырым,
Ике ҡойроғом.
- Ике ҡойроҡло бер сысҡан
Сабырға бик оҫта.
- Һатып алдым сыбарҡай.
- Алама күлдәк, еҙ тырнаҡ
,Ҡарт муйнаҡ, бәйләп ҡуймаҡ.
- Еҙ мыйыҡлы еҙнәм килгән,
Шаҡмаҡлы күлдәк кейгән,
Үҙе түргә уҙмай.
- Яңағы бар — көйшәнмәй,
Ҡойроғо бар — һыйпанмай.