Салауатты тотоп биргән һатлыҡтар
Салауат Юлаевты ҡулға алыу — батыр тормшоноң фажиғәле көндәре
үҙгәртергәИ. М. Гвоздикованың документаль тикшеренеүҙәренән
Инга Михайловна Гвоздикова Үҙәк дәүләт хәрби-тарихи архивы материалдары араһында 1792 йылда яҙылған мишәр старшиналары Мөҡсин һәм Ямғур Әбдесәләмовтарҙы, Ишмөхәмәт Сөләймәновты һәм Бәхтийәр Янышевты обер-офицер чины менән бүләкләү үтенесен табып ала. Рапортҡа ҡушымта итеп 54 документ та күрһәтелгән була. Уларҙың иң төп «ҡаҙанышы» тип Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында баш күтәргән райондарҙа ҡырғын (каратель) экспедициялары һәм полиция тикшеренеүҙәрендә ҡатнашыуҙары күрһәтелгән була.
Мөҡсин Әбдесәләмов батшабикәгә тапшырған яҙыуында «баш яуыз Салауатты» тотоп биреүҙә ҡатнашыуы менән маҡтанған. Улар шулай уҡ ата-бабаларының да шуға оҡшаш «батырлыҡтарын» раҫлаған ике тиҫтәнән артыҡ документ ҡушып биргән.
Был әҙәмдәр барыһы ла — бай иген һатыусылар, шул уҡ ваҡытта — вазифа биләүселәр. Уҫы даруғаһындағы һөрөнтө ерҙәре аҙ тойолоу сәбәпле, 1750-1760-сы йылдарҙа көнсығыштағы сиҙәм ерҙәргә ымһынған улар. Мөҡсин Әбдесәләмов Нуғай даруғаһына ингән Боҙаяҙ ауылы (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) эргәһендә биләмәләргә эйә була. Улар бер үк ваҡытта хакимиәт чиновниктары — йорт старшиналары йәғни юғары ҡатлам вәкилдәре була.
Шулай итеп, Әй йылғаһына юл тотҡан Аршеневский отрядына мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбдесәләмовтың атлы командаһы ҡушыла.
Бынан 20 йыл элек Мөҡсин язалау ғәскәрҙәре составында 1755 йылғы баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләй Һәм старшина Сөләймән Дибаев менән ихтилал етәксеһе Батыршаны тотоп, Петербургҡа алып килә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ла Мөҡсин хөкүмәт ғәскәрҙәренең язалау операцияларында актив ҡатнаша, Башҡортостанда, Кама, Волга буйында баш күтәреүселәр отрядтарын айырыуса тырышып эҙәрлекләй.
Полковник Михельсон деташаменты составында ул Ҡазанға тиклем барып етә. Потёмкин уға, халыҡ араһында йөрөп, «енәйәт ҡылғанына тәүбә итергә өндәү» эше алып барырға ҡуша. Старшина Шәрип Кейеков менән бергәләп өс ай буйы йөрөп, янауҙар һәм ҡурҡытыуҙар юлы менән, язалау отрядтары командирҙарына баш һалып килергә мәжбүр итәләр.
Урындағы халыҡ менән даими аралашҡан Мөҡсингә баш күтәреүселәр отрядтарын һәм уларҙың етәксеһе Салауат Юлаевты аңдып алыу ауыр булмай.
Язалаусыларға ҡуштанланып йөрөгәне өсөн, уның йортон һәм мөлкәтен талап үс алған баш күтәреүселәргә нәфрәте ташҡан Мөҡсин Аршеневскийҙың командаһына ҡушылып ҡына ҡалмаған, уны Салауат Юлаевтың һуңғы отряды торған урынға алып та барған булһа кәрәк.
Лесковский ҙа әллә ҡасандан үрләргә тырышыусы бер карьерист була. Һәм бына 1774 йылдың көҙөндә Лесковскийға үҙенең тырышлығын күрһәтергә тағы ла бер мөмкинлек тыуа. 25 ноябрҙә язалаусылар отряды Миндеш (Мигдишкино) тигән бер төпкөл ауылға яҡын урманда Салауатты һәм уның дүрт иптәшен ҡыуып етеп тота.
Баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләүҙә туплаған ҙур тәжрибә ярап ҡала. Язалау ғәскәрҙәре командирҙары эштә һыналған баш күтәреүселәрҙе алдау һәм унан ары ҡамап тотоу маҡсаты менән властарға тоғро башҡорт-мишәр командаларын аҫтыртын ебәреү тактикаһы ҡулланыла.
Салауат һәм уның иптәштәре, баш күтәреүселәрҙең ниндәйҙер отряды уға ҡушылырға килгән икән тип алданып ҡына, Мөҡсин командаһын үҙенә яҡын ебәргәндер, тип уйларға кәрәк.
Күп йылдар үткәс, 1791 йылда, ә унан ары 1793 йылда, офицер чинына үҙенең хоҡуҡтарын нигеҙләп Мөҡсин Әбдесәләмов Екатерина II батшабикәгә биргән үтенес ҡағыҙында: «Мин ул «яһил»дың уң ҡулы — Салауат Юлаевты тотоп властарға бирҙем», — тип яҙа, ә уның ҡустыһы йөҙ башлығы Ямғур шулай уҡ ҡәтғи итеп: «Яуыздың енәйәттәше Салаватка Юлаевты тотҡанда мин дә бар инем — уны мин тоттом», — тип белдерә.
Мөҡсин менән Ямғур Әбдесәләмовтар, Салауатты тотоп, үҙенең командаһы менән килеп өлгөргән поручик Лесковскийға тапшыра, поручик был турала шунда уҡ үҙенең командирына хәбәр итә. Хәбәргә Аршеневский шул тиклем шатлана, ул, әсирҙе үҙенә алып килгәнде лә көтмәйенсә, бер нисә сәғәттән һуң отряды менән Ҡалмыҡ (хәҙерге Ҡалмаҡлар) ауылында ҡаршылай. Шунда Салауаттан беренсе һорау алына.
Аталары юлынан...
үҙгәртергәИ. М. Гвоздикова, документаль дәлилдәр килтереп, Әбдесәләмов кеүек оятһыҙ бәндәләр нисек хасил булғанын да аңлатып биргән.
Мөҡсин тырыш ошаҡсылығы өсөн Боҙаяҙ ауылы янындағы уңдырышлы ергә хужа булған. 1766 йылда уларға Ишмөхәмәт Сөләймәнов ҡушылған, «ер эшкәртеүҙәге ҡаҙаныштары» өсөн губернаторҙың Маҡтау указына лайыҡ булған. Мөҡсин һәм Ишмөхәмәт йорт старшиналары, Бәхтийәр Янышев йорт старшинаһы ярҙамсыһы булған. Вазифаларына таянып, община ағзаларына ҡарата башбаштаҡлыҡ ҡылғандар, халыҡты талағандар. Ябай башҡорттар һәм мишәрҙәр иңенә ауыр йөк булып ятҡан һыҙыҡ (линейная) хеҙмәте лә был оятһыҙҙар өсөн байығыу сығанағына әйләнгән — губерна кәнсәләре уларҙы яҡшы эш хаҡы түләнгән поход старшинаһы вазифаһына тәғәйенләгән.
Мөҡсин Әбдесәләмов, 1750 йылдан алып, батша хеҙмәтендә булып, писарь, йөҙ башы, поход старшинаһы итеп тәғәйенләнгән. Был вазифаларға ул намыҫһыҙ юл менән өлгәшкән. 1755 йылда ул ихтилал башлығы Батыршаны тотоп, Петербургҡа тиклем оҙата барған. Өфө провинцияһы канцелярияһы Нуғай даруғаһы халҡының "кәйефен" белдергән йәшерен мәғлүмәт йыйыусы конфидент итеп тап Мөҡсинде билдәләй. Һәм был хеҙмәтен дә ул «бик тырышып, ҙур тоғролоҡ менән» башҡарған. Крәҫтиән һуғышы осоронда башҡорт, мишәр, татар мари, сыуаштарҙың ғәмәлдәрен, фекерҙәрен өйрәнеүсе агентура селтәре булдырған. Үҙе теләп шпион хеҙмәтен бушлай үтәгән, бының өсөн сығымдарҙы үҙе күтәргән. Мөҡсингә, әлбиттә, ҡустыһы Ямғур ярҙам иткән.
Ишмөхәмәт Сөләймәновтың ғаилә архивындағы документтар уның олатаһы Дибай Неваев та генерал-майор Л. Я. Соймонов ҡушыуы буйынса 1738 йылғы ихтилалды эҙәрлекләү өсөн хөкүмәткә тоғро башҡорттар һәм мишәрҙәрҙән отрядтар төҙөгән.
Ишмөхәмәттең атаһы Сөләймән Дибаев баш старшина Яныш Абдуллин менән бергәләп Ҡараһаҡалды тотоп биргән өсөн 1739 йылда старшина вазифаһына дайыҡ булған. 1747 йылда Сөләймәнгә «яңы яһаҡ түләүгә ҡаршыларҙы баҫтырған өсөн», дәүләт гербы төшөрөлгән ҡылыс бүләк ителә.
1756 йылдың 8 авгусында Батырша яуын баҫтырып, етәксене тотоп биргән өсөн Елизавета Петровна вәғәҙә иткән 1000 һумды ла ҡулға төшөрә. Шул йылдың 24 декабрендә Елизаветаға үҙ ҡулдары менән тапшыра Батыршаны. Сөләймән «бүләккә күлдәк, яҙыулы сүмес һәм ҡылыс» бирелә. Күрәһең, шундай юғары данға артыҡ тулҡынланыуын күтәрә алмай, язалаусы Петербурҙа аяғын һуҙа.
Әммә өс аҙнанан (ул саҡтағы бюрократия аппараты өсөн ҡыҫҡа срокта) Ырымбур губернаторына Дибаевтың улын, Дауыт Сөләймәновты, мишәр старшинаһы итеп тәғәйенләү тураһында сенат указы килеп етә. Атаһына бирелгән әйберҙәр улына тапшырыла. Дауыт ағаһы үлгәндән һуң, Ишмөхәмәт шундуҡ Нуғай даруғаһының мишәр старшинаһы урынын ала.
Бәхтийәр менән Солтанморат Янышевтарҙың атаһы, Себер даруғаһы старшинаһы Яныш Абдуллин 1730-сы йылдарҙағы ихтилалдарҙы баҫтырған өсөн, ҡылыс менән бүләкләнә. Артабан — башҡорт старшинаһы Шәрип Кейеков менән 1755 йылғы ихтилалды баҫтырған өсөн, икенсе ҡылыс, күлдәк, сүмес һәм 100 червонец аҡса менән бүләкләнә. Шулай уҡ тырышлығы өсөн, Янышев «тере тауар» — баш күтәреүселәрҙең ҡатындарын һәм балаларын крепостной ҡол һәм хеҙмәтсегә әйләндергән.
Улдары аталарынан да уҙҙырып ебәргән. 1773 —1775 йылдарҙағы баш күтәреүселәрҙе язалау акциялары өсөн, Солтанморат Янышев (Ауырғазы районында хәҙерге көндә лә уның исмен йөрөткән ауыл бар) ике алтын миҙал, күлдәк, 2000 һум аҡса менән бүләкләнә, мишәрҙәр һәм башҡорттар араһында тәүге тапҡыр офицер (капитан) чинына эйә була.
Шулай итеп, Крәҫтиәндәр һуғышы башланыуға, ағалы-энеле Мөҡсин менн Ямғур Әбдесәләмовтар ҙа, Ишмөхәмәт Сөләймәнов менән Бәхтийәр Янышев та аталарынан иҙеүселәргә ҡаршы көрәшеүсе ихтилалсыларҙы эҙәрлекләү оҫталығына ныҡлап өйрәнгән һәм яҡшы әҙерлек үткән була.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- и. М. Гвоздикова. Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү. 32-50 бб. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.
- Поиски и находки: Краеведческий сборник. И. М. Гвоздикова. Документы свидетельствуют..., 112-124 сс. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984