Салауат районы топонимдары

Башҡорт Илсекәйе ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар: Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау һәм Башыташ-тау тип исем биргәндәр. Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр «Аҡҡашҡа» тип йөрөтәләр.

Башташ тау һырттары (25 километрға һуҙылған, күберәк өлөшө Силәбе өлкәһе биләмәләренә инә)

Иң бейек нөктәһе — Аҡҡашҡа (600 м тирәһе), Илсекәй һәм Ҡарағол ауылдарына яҡын, көньяҡ-көнбайышта, урынлашҡан. Тауҙың башында эреле-ваҡлы ташйылғалар күп булғанғалыр, күрәһең, "башы таш" тигән һүҙбәйләнештән алынғандыр.

Көнсығышта: Визир, Кәстау — "кесе тау" тигән һүҙбәйләнештән алынған тиҙәр. Ул тау һырттарының дөйөм атамаһы (күрше Урмансы ауылына еткәнсе һуҙыла) Ямантау (барыбыҙға ла билдәле Ҙур Ямантау түгел, әлбиттә) тип атала

Һылтанма

Илсекәй ауылы гидронимдары һәм оронимдары

үҙгәртергә

Йылғалар:

Һикеяҙ - Әйҙең ҡушылдығы. Һикеяҙға Саған, Ҡарайылға, Һабайылға, Крәке йылғаһы һәм байтаҡ шишмә һыуҙары ағып төшә.

Шишмәләр:

Тирмәнҡаштаҡ итәгендә, Мөрсәлимгә илткән юлдың һул яғында урынлашҡан Хәже шишмәһен Ишморатов Хажиморат бабай ҡаҙған, шуға уның исеме бирелгән;

Хөсәйен шишмәһен Хәсәнов Хөсәйен бабай ҡаҙған, шуға уның исемен биргәндәр. Был шишмә Һикияҙ ҡушылдығы Саған йылғаһының аръяғында, Тапау итәгендә урынлашҡан. Элегерәк халыҡ был шишмәнән эсәр һыу ала ине. Ләкин 1960—80-се йылдарҙа Тапау ҡалҡыулығына өйҙәр һалынды, бер яҡлы урам барлыҡҡа килде, йылға буйындағы ерек, муйыл ағастары кәмене. Кеше эшмәкәрлегенә бәйле микән, был шишмәнең һыуы ҡороуға бара.

Тимер шишмә тиҙәр, аныҡ ҡына тарихын белеүсе юҡ. Бик борон ваҡыттарҙа Сағандың үрге ағымында йәшерен тимерлектәр урынлашҡандыр һәм, шуға халыҡ шишмәне шулай атағандыр, тип фаразларға була.

Һыйҙыҡай шишмәһе буйында элек-электән халыҡ гел бесән әҙерләгән. Колхоз малдарына ла шунда бесән әҙерләй торғайнылар. Был тирәлә ҡайын һәм ер еләге йыл һайын уңа, муйыл ағастары, балан күп емеш бирә ине. Һыйлы шишмә, ризыҡ биреүсе йомарт ер булғанға шишмәне лә шулай атағандарҙыр. Яланды ла Һыйҙыҡай буйы йә Һыйҙыҡай яланы тип йөрөтәләр.

Ҡаруй шишмәһен кеше исеме менән бәйле тиҙәр. Бесәнлек тә Ҡаруй яланы тип йөрөтөлә. Әммә ул бабайҙың тулы исеме нисек булғанын фаразлап ҡына була инде. Кемдең ата-бабаһы булған ул, аныҡ ҡына әйтеүсе юҡ.

Һыуағыш шишмәһе — колхоз заманында Һыуағыш болононда бесән саптыҡ.

Һөттө шишмә — Башташтау итәгендә Саттыҡ тигән ерҙә ошо шишмә бар ине. Быйыл һыуы ҡороғандай булып ята. Сөнки шул хәтлем күп урман ҡырыла. Ҙур машиналарға тейәп, ҡарағай, ҡайынды ташынылар ғына.

Ялан-бесәнлектәр:

Һыйҙыҡай менән Ҡаруйға илткән юлда Айыуалған яланы, Майгүмгәнде үтеп китәһең. Айыуалған тигәне һунарсы шунда айыу алғанына ишаралай. Һыуағыш бесәндеге.

Майгүмгән тигәне лә бик романтик яңғырай. Ниндә ҙә булһа бер ваҡиға менән бәйлелер инде.

Шиҙе - йә шиҙә- тигән ижектәрҙе топонимистар фин-уғыр сығышлы тип аңлата. "һыу", "йылға" мәғәнәһендә ҡулланыла тиҙәр фигн-уғыр телдәрендә.

Шиҙәле - Күрше Ҡалмаҡол (Мөрсәлим) ауылына барған юлда элек шул үҙәнде яҙғы ташҡындарҙа даръялай булып һыу баҫа ине. Мәктәпкә йөрөп уҡыған балаларға был урынды сығыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Млайҙар ҡыҙҙарҙы елкәләренә ултыртып икенсе ярға ташый торғайны. Шулай класташыбыҙ Зәкиәнең портфеле төшөп ағып киткәйне. Малайҙар тотоп алдылар алыуын, әммә әсбаптар ҙа, дәфтәрҙәр ҙә ҡарағыһыҙ ине.

Киндер ере исеменән үк халыҡтың кейем-һалымлыҡ киндер эшкәртеү кәсебе менән бәйле икәне күренеп тора.

Өсмөйөш тигән урман ситендәге ҙур ғына асыҡ урын төҙөлөшө буйынса өсмөйшкә оҡшаған.

Абдулла ере — был бесәнлек тә кеше исеме меән бәйле, тимәк, был ергә Абдулла хужа булған.

Оҙонай түбә, Үртәмәй, Шар, Айҙанма, Төбәк, Саттыҡ, Мүктек, Йылыгин (Елагин тигән урыҫ исеменән тиҙәр) — барыһы ла бесәнлек, еләклек атамалары.

Таусыҡтар, түбәләр:

Тирмәнҡаштаҡ, Тапау, Ҡунаҡай түбәһе, Крәке ҡаштағы, Яраһыҙ

Башҡа урын-ер атамалары:

Һырт (йәштәр киске уйын ҡора торған урын, колхоз келәттәре артында урынлашҡан)

Ҡыҙылъяр, Арғы (яңғыҙ) ҡарағас, Бирге (яңғыҙ) ҡарағас, Урыҫ юл буйы

Арғыйылға — Һикеяҙ йылғаһының урындағы атамаһы, Аралыҡ — Саған йылғаһының бер урынын шулай йөрөтәләр ине, Сатра (Һикеяҙ менән Саған ҡушылған урындағы һыу инерлек, ат йөҙҙөрөрлөк тәрән урынын (хәҙер һайыҡҡан) шулай йөрөтәләр ине.

Урмансы ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тау, ҡалҡыулыҡ исемдәре:

Бейектүбә аҫтынан шифа һыулы Урмансы шишмәһе — Һалҡын шишмә урғылып сыға.

Илсекәй осҡан — был тауҙың икенсе төп атамаһы Ямантау.

1914 йылда Ямантауҙа боксит мәғдәне табылғас, уны "Баҡал руда идаралығы" һатып ала. Ауыл ирҙәре үҙҙәренең аттары менән Силәбе өлкәһендәге Баҡал ҡалаһына руда ташығандар. Шул тауҙа аты-йөгө менән ҡолаған кеше тураһында Илсекәй осҡан тигән хәтер халыҡ телендә һаҡланған.

Хужағол тауы — ауыл яғынан Һикияҙ йылғаһы буйындағы һыу тирмәненә төшә торған тауҙы тирмән хужаһы Хужахмәт исеме менән бәйләп атап йөрөткәндәр.

Йылға, шишмә атамалары:

ҺикияҙӘйҙең ҡушылдығы, Урмансы (Һалҡын) шишмә(һе), Лағыр(Ҡондоҙ) шишмәһе, Хөштәм шишмәһе, Лаҡлы йылғаһы, Әй йылғаһы

Урман, ер атамалары:

Иҫке ҠыштауУрмансы ауылының элекке урыны, ауылдан 1,5-2 саҡрым көнбайышта урынлашҡан. Элек унан Себер каторгаһына илтеүсе ятап (этап) юлы үткән булған. Уларҙы ауыл халҡы ашатырға, кейендерергә тейеш булған. Ошо ауырлыҡтарҙан ялҡып, халыҡ Урмансының хәҙерге урынына күсенгән.

Көйөк — Иҫке Ҡыштау урынынан йыраҡ булмаған урманлы урын. Ата-бабалар элек, урмандың ағасын төпләп яндырып, иген баҫыуы эшләгән урынды Көйөк тип йөрөткәндәр. Һуңғараҡ Көйөктө яңынан урман баҫҡан.

Йылыгин тип элек Рус Илсекәйе байы Елагиндың Түбәләҫ ырыуы халҡының ҡортомға алып эшкәрткән ерен әйтәләр.

Һарғамыш — Лаҡлы һәм Урмансы юл буйындағы ялан

  • Мирхәйҙәров Айнур Рифат улы. Олатайым һөйләгәндәре (ер-һыу атамаларының килеп сығышы) — Йүрүҙән, 2002, 85-се һан, 19 октябрь.


Тирмән ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тау атамалары

үҙгәртергә

Күкшик Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән

Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре»- Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә челканлыларҙың атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре тываларҙа ла бар.

Һилиә тауы

Ятап тауы. Арестанттар этабы йәйәү үткән Себер тракты ошо тау аша үткән. Төндәрен Командир шишмәһе янында туҡтағандар, ҡараңғыла фонарҙар яҡтыртҡандар; әсирҙәрҙең ыңғырашыуы, бығау сыңлауы, ҡарауылдың аҡырыныуы ауыл халҡына бер тынғылыҡ та бирмәгән.

Межгур (русса межгорье) — тау араһы тигәнде аңлаталыр. Сания ҡаштағы

Йылға, шишмә исемдәре:

Олойөр йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары: Оһондоҡул, Ҡушйылға, Шиҙәле, Ҡорйылға, Шаптырма

Олойөр үҙе Әй йылғаһына ҡоя.

Тирмән шишмәһе, Командир шишмәһе, Ғайзаман шишмәһе, Киндер шишмәһе

Дәрәнкүл

Ер атамалары:

Кәбеҫтә төбәге, Төбәк ҡалҡыулыҡтары

Эстип тип йөрөткән ер рус һүҙе «степь» тигәндән алынғаны күренеп тора.

Урам атамалары:

Ҡалмаҡсуҡ, Кәрәкмәҫ

  • Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, 209 бит


Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол) ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тау атамалары

үҙгәртергә

Мәсет тауы

Йылға, шишмә исемдәре: Олойөр йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары: Оһондоҡул, Ҡушйылға, Шиҙәле, Ҡорйылға, Шаптырма

Олойөр үҙе Әй йылғаһына ҡоя.

Шишмәләр: Абдрахман шишмәһе, Кәбир шишмәһе, Шакирйән шишмәһе, Илһам

Ер атамалары:

Таусыҡтар, түбәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Урам атамалары:


Ҡарағол (Түбәләҫ Арҡауылы) эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар:

Башташ тауы, Ҡаршытау, Арҡа башы, Көҙөй арҡаһы

Йылға, шишмәләр:

Һикияҙ йылғаһы, Ҡарағол Шишмәһе, Мохан шишмәһе

Ер атамалары:

Ашҡыяҡ, Кәлтек шиҙе, Сәфәр соҡоро, Шәрифә күле, Иҫке үлек, Торна тоҙағы, Батмаҡай, Урыҫ юлы, Ғимаш күпере, Арҡа итәге


Яңы Сүрәкәй ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар:

Мәсет тауы, Сейә тауы, Уғармағас

Йылға, шишмәләр:

Биремьяҙ

Ялан, бесәнлектәр:

Ер-урын атамалары:

Урта юл, Баҡал юлы


Лаҡлы ауылы эргәһендәге ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Йылғалар:

Әй йылғаһы, Лаҡлы (Әй ҡушылдығы), Һикияҙ тамағы

Шишмәләр:

Шаптырмаҡ

Тау-ҡаялар:

Сүлмәктау, Бөркөтъ(о)я, (Ы)Ласын таш, Ҡапҡаташ (арка), Таҡтаташ — иҫ киткес йәмле, күрекле урындар

Мәмерйә: Лаҡлы мәмерйәһе йәғни Ташҡыуыш тураһында тәүге тапҡыр 1770 йылда Пётр Симон Паллас үҙенең «Путешествие по разным местам Российского государства» китабында яҙған. 1889 йылда мәмерйәне академик Ф. Н. Чернышёв тасуирлаған, 1914 йылда уны археолог С. И. Руденко өйрәнгән. Ташҡыуыш Сүлмәктауҙа урынлашҡан, «түбәнге ташкүмер визей эзбизенән тора», ти ғалимдар. Мәмерйәгә инеү урыны ике күҙ кеүек тишекте хәтерләтә. 1965 йылда Лаҡлы мәмерйәһен Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәле тип иғлан иткәндәр.

Лаҡлы мәмерйәһенең оҙонлоғо — 252 метр, тәрәнлеге — 31 метр. Майҙаны — 5 288 кв.метр. Ингән ерҙән йыраҡ түгел 30 градуслы 14 метрлы текә төшөү юлы бар. Тайып йығылмаҫ өсөн, бик һаҡ ҡына төшөр кәрәк. Ҡыш һәм яҙ көндәре ул ныҡ тайғаҡ була. Унда йыл әйләнәһенә һалҡын. Төшөп еткәс, Вестибюль тип йөрөтөлгән ҙур залға барып керәһең. Уның ҙурлығы хайран итә: оҙонлоғо — 105 метр, киңлеге 45 метр, бейеклеге — 19 метр. Иҙәндә ҙур таштар, урыны менән — боҙ осрай. Залдың төньяҡ-көнсығышына тар һәм ҡыҫҡа юл китә. Төньяҡҡа 80 метрлыҡ галерея буйлап үткәс, 20-25 метр оҙонлоғондағы тағы бер залға барып сығаһың. Бында матур төҫлө буямдар (натёки) күрергә мөмкин. 40 метр оҙонлоғондағы тағы бер галерея Лаҡлы мәмерйәһенең өсөнсө (һуңғы) залына алып килә. Уның размеры — 50-гә 28 метр, бейеклеге — 13 метр. Был гроттың төп «һөйкөмлөгө» — ҡатып ҡалған шарламаға оҡшаған ике ҡатлаулы кальцит «ағымы». Бында шулай уҡ ҙур булмаған сталактиттар ҙа бар. Мәмерйә Лаҡлы йылғаһына параллель һуҙылған. Таш-Ҡыуышта шулай уҡ төбөндә һыуы булған 3 метр тәрәнлегендәге ҡойо бар. Бер минутҡа ғына, йылға аҫҡараҡ төшкән икән, тип күҙ алдына килтерһәк, спелеологтарға мәмерйәнең тағы бер, түбәнге, ҡаты күренер ине. Лаҡлы мәмерйәһе юл өҫтөндә генә урынлашҡан һәм уға инеү сағыштырмаса еңел. Шуға ла уның торошо насар хәлдә: стена, түшәмдәре ҡоромло, ҡараңғы, сүп-сар ҙа осрай ине.

Лаҡлы мәмерйәһенең GPS-координаталары: N 55º 11.564´; E 058º 31.422´.

«Янғантау» геопаркы сиктәренә индерелгәс, хәҙер туризм өсөн уңайлыҡтар булдырылған: Лаҡлы мәмерйәһенә һәм Ҡапҡаташҡа күтәрелер өсөн баҫҡыстар эшләнгән.

Ялан-бесәнлектәр:

Бидигуш, Пча(е)ла, Һарғамыш

Башҡа урын-ер атамалары:

Лаҡлы ауылынан үрҙә, Әй йылғаһының ҡаршы ярында, ер аҫтынан көслө баҫым менән атылып сыҡҡан бейек Әй фонтанын күҙәтергә була. Ҡыш көнө ул Алып дәүмәлле үҙенсәлекле һынташ булып ҡата.

Был урынды хәҙер Ҡыйғы районына ингән Йыланлы ауылы биләмәһе төҙөкләндерә һәм туристарға уңайлыҡтар тыуҙыра.

Салауат районында тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ туристик маршруттар барлыҡҡа килер тигән ышаныс тыуа.