Салбар, салбар кейеү (йомаҡтар)
- Айыры һаны ике,
Ҡушылғаны — бер. - Айыры ике, төбө бер.
- Ике айыры, төбө бер,
Үҙең менән бергә йөрөй — шуны бел! - Ике яҡҡа айырҙым,
Башын өҫкә ҡайырҙым. - Ике ботло, бер төплө.
- Юлға сыҡтым,
Ике юл сатына еттем,
Бер юлы икеһе буйлап киттем. - Бөгөн торҙом,
Ике аяғым ике юлға китте. - Иртән торҙом,
Ике айыры юлға төштөм. - Бер кеше ике юлдан бара.
- Аяғы бар — йөрөй алмай,
Кешенән бер ҙә ҡалмай. - Талсай миңә талсайҙы,
Талсайға мин талсайҙым.