- Тәрән баҙҙа бүре олой.
- Ике сите һыу булыр,
Уртаһында ут булыр,
Байҙарҙы көлдөрөр,
Ярлыларҙы бөлдөрөр.
- Аяғы — дүртәү,
Ҡолағы — икәү,
Һарай эсендә һайрай.
- Һарай эсендә һандуғас һайрай.
- Алтын һарай эсендә аҫыл ҡош һайрай.
- Алтын бишек, арҡаһы тишек.
- Һарайҙағы һары айғыр,
Һыу алдыниһәң, кешнәй.
- Еҙ һарайым эсендә еҙнәм аты кешнәй.
- Һары айғырым һарнап кешнәй,
Бышҡыра ла бышҡыра.
- Һары айғырым гел кешнәй.
- Һары бейәм ыңғыраша,
Оҙаҡламай ҡолонлар.
- Һары бейәм һаҙға түгә.
- Көлөн сәсеп, ҡарт әбей
Түрҙә көлөп ултыра.
- Аҫты ла тишек,
Өҫтө лә тишек,
Уртаһында ут та һыу.
- Өҫ тишектән сыға быу,
Уртаһында ут та һыу.
- Өҫтө — һыу, аҫты — ут.
- Тышым көлә,эсем көйә.
- Бура-бура буралы,
Эсе ҡыуыш уралы,
Эсендә ут, тышында һыу,
Нисек ултыра, күр әле!
- Ҡарынында ут,
Ҡорһағында һыу,
Башында төпһөҙ эшләпә —
Бына донъя нишләтә.
- Аяғы бар — атламай,
Ҡолағы бар — ишетмәй.
- Ҙур, ҙур, ҙурский,
Бохарский, царский.
- Һамарҙан килгән һары айғыр
Ҡыҙырым-ҡыҙырым һыу эсә.
- Аяғы бар — атламай,
Тауышы бар — һөйләшмәй.
- Танауы бар — тын алмай,
Ауыҙы бар — ашамай,
Ҡолағы бар — ишетмәй,
Аяғы бар атламай,
Һыу әсеүҙән туҡтамай.
- Аяғы бар — атламай,
Эсендәгеһен һаҡламай.
- Һары айғыр һарнап кешнәй,
Аяҡтары күк ала.
- Ары тәтәй, бире тәтәй,
Ҡунаҡ килһә, йүгерә тәтәй.
- Ары ла тәсәй, бире лә тәсәй,
Ҡоҙа килһә, йүгерә тәсәй.
- Ялт-йолт итә,
Ҡунаҡ килһә, йүгереп китә.
- Бохарҙан килгән ҡунаҡ
Ут ашай ҙа һыу эсә.
- Ултырҙым рәхәткә,
Сит-сите рәшәткә,
Уртаһы — тамуҡ,
Сите — ожмах.
- Эсе ҡара, күмер кеүек,
Тышы һары, шалҡан кеүек,
Ултырыуы мулла кеүек,
Һыҙғырыуы шайтан кеүек.
- Эсе ҡара, ҡором кеүек,
Тышы һары, шалҡан кеүек.
- Мейес алдында алтын өйрәк
Ут ашай ҙа һыу эсә.
- Мейес алдында еҙ бүкән.
- Эй үңерҙән, үңерҙән,
Ятҡан уты күмерҙән.
- Буйға еткән ҡыҙ бала
Йөрәгенә ут һала.
- Түрәкәй килгән,
Түргә менгән,
Ут ашаған,
Һыу биргән.
- Бәләкәй генә бисура
Йөрәгенә ут һала.
- Сите — һыу иле,
Уртаһы — ут иле.
- Сите — сит,
Уртаһы — ут,
Ғазраилдай һыҙғыра.
- Күл уртаһында ут яна.
- Үҙе ултыра, эсе яна.
- Үҙе эсмәй, эсе яна.
- Үҙе эсмәй, үҙе йырлай.
- Үҙе йырлай, үҙе һыйлай.
- Эй, Туйбикә, Туйбикә,
Ҡунаҡ килһә, ҡуй бикә,
Һалпы ҡолаҡ, киң битле,
Һөйләшергә бик ипле.
- Түр башында түрә
Ҡунаҡ күңелен күрә.
- Ике яғы һыулы,
Урта араһы утлы.
- эсендә еҙ бүкән.
- Һалбыр ҡолаҡлы, киң битле.
- Йыуан ҡорһаҡлы,
Оҙон моронло,
Бәләкәй генә башлы,
Дүрт аяҡлы.
- Ҡолаҡтары ҡарпыш,
Танауы аҫта,
Ауыҙы өҫтә.
- Һыу ҙа һыу,
Уртаһында ут,
Өҫтөндә быу.
- Һары бейәм һыуға батҡан,
Ике ҡолағы һерәйеп ҡатҡан.
- Ҡашы ҡара ҡарт әбей
Көлә биреп ултыра.
- Мулла кеүек ултыра,
Шайтан кеүек һыҙғыра.
- Түр башында бер һары ҡарт,
Түрәмен, тип ултыра.
- Һары ситса күлдәкте
Һарайҙағы ҡыҙ кейер.
- Борлап тора, йырлап тора,
Ҡорһағы шыбырлап тора.
- Тын алышы — быу ғына,
Эсе тулы һыу ғына.
- Эсендә һыу ҙа, ут та бар,
Ул үҙе һәр йортта бар.