- Ҡанаты бар — елпенмәй,
Тамағына ел кермәй,
Елдән етеҙ ел арба!
- Ҡанаты бар — йөнө юҡ,
Күккә менһә, тиңе юҡ.
- Ҡанаты бар — йөнө юҡ,
Үҙе бара — юлы юҡ.
- Ҡош та түгел,
Ат та түгел,
Үҙе оса, йөк ташый.
- Ҡара ҡош килә ҡалтыр-ҡалтыр,
Ҡанат арты ялтыр-ялтыр.
Балаһы илай — шар-шар,
Танауы ҡанай лар-лар.
- Ҡуңыҙ түгел — гөжләй,
Ҡош түгел — оса.
- Сикһеҙ зәңгәр быялаға
Һоҡланып торҙом, ҡарап.
Ошо быяланы ярып,
Үтте бер ҡорос ҡанат.
- Аҡҡош оса,
Эҙе ҡала,
Үҙе китеп юғала.
- Сылбырһыҙ өҫкә менә,
Сылбырһыҙ аҫҡа төшә.
- Пыр-пыр пырылдар,
Зыр-зыр зырылдар,
Күккә менер, ергә төшөр,
Ыласындан бейек осор.
- Пыр-пыр пырылдар,
Зыр-зыр зырылдар,
Күккә менер, ергә төшөр,
Бик күп ерҙәрҙе гиҙер,
Ни ҡушһаң, шуны эшләр.
- Ерҙән ҡалҡына башлаһа,
Артынан туҙан туҙа,
Үҙе ҡанатлы ҡош түгел,
Үҙе бар ҡоштан уҙа.