Сана, арба, ат (йомаҡтар)
- Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,
Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,
Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,
Юҡ ул миңә тиктормош». - Береһе әйтә: «Йәй рәхәт»,
Икенсеһе: «Ҡыш рәхәт»,
Өсөнсөһө: «Миңә икеһе лә бер», — ти. - Береһе йәйҙе яратмай,
Икенсеһе ҡышты яратмай,
Өсөнсөһө: «Миңә икеһе лә бер», — ти. - Береһе әйтә: «Аҡты яратам»,
Икенсеһе әйтә: «Ҡараны яратам»,
Өсөнсөһө әйтә: «Миңә икеһе лә бер».