Башҡортостан ҡоштары

Сапсанлатин телендә — Peregrinus, «ил гиҙеүсе, странствующий».

Таш ыласыны, ыласын, ласын. Ер шарының бөтә континенттарында ла (Антарктиданан башҡа) таралған ыласындар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош. Ҡарға ҙурлығында. Һырты ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы ҡара-көрән таптар менән сыбарланған, көрәнһыу-һары төҫтө. Күҙҙәре эргәһенән мыйыҡҡа оҡшаған ҡара һыҙыҡтар төшә. Шдңҡарҙан бәләкәйлеге, балабандан тотош ҡара төҫө менән айырыла. Ултырышы — текә.

Тауышы көслө: «ҡыяҡ-ҡыяҡ-ҡыяҡ». Урмандарҙа, тау-таштар араһында, упҡындарҙа йәшәй. Асыҡ урындарҙа һунар итә. Ҡош-ҡорт аулай. Осҡан ваҡытында ҡанаты оҙон һәм осло, ҡойроғо ҡыҫҡа икәне күренә. Тиҙлеге ҙур — сәғәтенә 322 км оса.

Ағас баштарында, ҡая таш йәки упҡын һикәлтәләрендә оялай. Ҡара-көрән таплы ҡыҙғылт-ерән ҡабыҡлы 3-5 йомортҡа һала.

Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай.

Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап), 8 б. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й.