Сафия ташы
Йәнгәрәй тауы—Башҡортостан Респубдикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш(Ямаш) ауылы топонимикаһынан
Сафия ташы йәки кейәү ҡасҡан йылға
үҙгәртергәЯмаш ауылынан Сафия исемле ҡыҙ Оло Кәбәскә кейәүгә сыға. Уның ике ҡәйнәһе, бер ҡайныһы була. Сафияны ҡәйнәләре һыйғыҙмайҙар. Бер ваҡыт ул һыуға бара ла көйәнтәһе менән биҙрәһен ултыртып, Ямашҡа ҡаса. Сафия, Бәккән еренә еткәс, тояҡ тауышын ишетеп, артына боролоп ҡарай, ә кейәүе ат менән баҫтырып килгән була. Ул яр буйына йүгереп төшә һәм, таш ҡыуышына инеп ята, кейәүе һиҙмәйенсә үтеп китә.
Кейәүе ҡайныһының йортона барып етеүе була, Сафия ла ҡайтып төшә.Ҡайнылары кейәүен туҡмарға уйлайҙар, ләкин кейәүҙәре бер йылға буйлап ҡасып ҡайтып китә.
Шул ваҡыттан алып был йылғаны Кейәү ҡасҡан йылға, Сафия йәшенеп ятҡан ташты Сафия ташы тип йөрөтә башлағандар.
1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды