Себен (йомаҡтар)
- Еҙнәм аты йығылған,
Йөҙ мең халыҡ йыйылған. - Сәпкәй бикә ҡыуа тора,
Бәҙкәй бикә ҡуна тора. - Сөйҙөм, сөйҙөм, сөйҙөм ҡош,
Хан башына ҡунған ҡош. - Сөйҙөм, сөйҙөм, сөйҙөм ҡош,
Бәләкәй генә ҡара ҡош.
Хан башына ҡунған ҡош
, Ҡара һыуға туйған ҡош. - Беҙ-беҙ, беҙле ҡош,
Беҙ табанлы ҡара ҡош,
Хан башына ҡунған ҡош. - Үҙе еҙҙән, аяҡтары теҙҙән.
- Бәләкәй генә ҡара ҡош,
Ҡан күрҙе иһә, ҡунған ҡош. - Йәне бар, ҡаны бар,
Йөк тартырлыҡ хәле юҡ.