Сейәле кекс
Сейәле кекс — эслек өҫтәп, махсус һауыттарҙа бешерелгән татлы ризыҡ.
Ингредиенттар
үҙгәртергә- Йомортҡа
- Шәкәр
- Кефир
- Сода
- Аҡ май
- Он
- Сейә, какао йәки ҡара шоколад
Бешереү ысулы
үҙгәртергәОшо тәмлекәстәрҙән башланып китте лә инде интернет селтәренә яратҡан аш-һыуымдың рецептарын һала башлауым. Ҡыҙыҡ өсөн генә яҙып ҡарағайным, аҙаҡ был шөғөл үҙемә һәләк оҡшап китте. Башта кешеләр төрлөсә ҡабул итте. "Килештерә инде! Яҙғанын үҙе бешерәме икән һуң?" — тип хәбәр ебәреүселәр ҙә булманы түгел. Бешерәм!!! Үҙемә оҡшағандарын ғына һеҙҙең менән бүлешәм). Бына был кекстар ҙа ныҡ тәмле! Мин уларҙы силикон формала бешерәм. Хәтәр уңайлы нәмә.
3 йомортҡа менән 1 стакан шәкәрҙе туғырға.Ни тиклем күберәк туғыһаң, шул тиклем өҫтө ҡытырлап бешә. 1 стакан кефир өҫтәргә, 1сәй ҡалағы сода. Икенсе һауытта бүлмә температураһында йомшарған бер ҡап аҡ майҙы 2,5 стакан он менән ыуҙым да, бөтәһен бергә ҡуштым. Формочкаға һалғанда һәр береһенең эсенә һөйәге алынған сейә ҡушып ебәрҙем.Улдарыма ныҡ оҡшаны))) Икенсе юлы бешергәндә ҡамырҙы икегә бүлеп, яртыһына какао өҫтәгәйнем, зебра килеп сыҡты)) Шулай уҡ, ҡара шоколад һалһаң да тәмле. Аҡ шоколад ул хәтлем окшаманы. (Гөлназ Ишемғолова)