Сейәле май
Сейәле май
Тарих
үҙгәртергәБорон еләк-емеште ҡышҡылыҡҡа әҙерләп һаҡлау ысулдары үҙенсәлекле булған. Мәҫәлән, киптереү, ҡаҡ ҡойоуҙан тыш, һөйәкле емештәрҙән муйылды, сейәне үҙе килеш тә һаҡлайҙар. Бындай сейәле май, йәки муйыл майы — күпләп мал аҫыраған һәм еләк-емеш йыйыу менән шөғөлләнгән ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған матди һәм рухи мираҫыбыҙ ул.
Рецепт
үҙгәртергәУның өсөн яңы йыйылған таҙа һәм ҡоро емештәрҙе 0,5 һәм 0,75 банкаға тултырып, иретелгән һәм төпрәһенән айыртылған тап-таҙа һары майҙы, эҫеләй, еләктәрҙең өҫтөнә сыҡҡансы ҡояһың. Әҙерләнгән сейә йәки муйыл менән ҡатнашҡан майҙы, бүлмә температураһынаса һыуынып, ҡатҡас, һалҡынса урында (баҙҙа, мөгәрәптә, һыуытҡыста) һаҡлайҙар. Йәй көнө май етештереп өлгөрмәгән ваҡытта, сейәне һыуытҡыста туңдырып тороп, көҙ еткәс, май күп саҡта туң сейәнән эшләһәң дә була. Табынға сәй янына бирергә бик тәмле һәм файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡ килеп сыға. Иретелгән һары майға сейәнең тәме керә, ә сейә үҙенсәлекле әскелтем тәме менән һутлы килеш һаҡлана, сөнки май аша һауа үтеп инә алмай һәм еләктәр боҙолмай.