Сергетыш
Сергетыш— 1.Серге өҫтөнән көпләгән биҙәкле күн йәки буҫтау;2.Төрлө буҫтау менән тышланған тар юрған.
Серге— 1.Үнлек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ;2.Ҡалымға килгәндә, күстәнәс һалып килтерә торған тоҡ.
Сергетыш— ҡушма һүҙ. Нигеҙ итеп алынған туҡыманың өҫтөндәге биҙәктәрҙең тигеҙ рәттәргә теҙеп һалып һырылғаны өсөн, йәғни буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр>сыр>сер сылбыры аша серге һүҙенең тамырын төҫмөрләргә була. Һүҙьяһалышта ҡатнашыусы икенсе тамыр – тыш, сергетыштың кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуы менән бәйле.
Сергетыштың сере нимәлә
үҙгәртергәАтаҡай ҙа, атың күкме ни, Сергетышҡайҙарың суҡмы ни? (Башҡорт халыҡ ижады)
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуатта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен төплө өйрәнеп, яҙып ҡалдырған ғалим С.И. Руденконың башҡорттар тураһындағы китабының 213-сө битендә ат егеү кәрәк-яраҡтарының атамалары тәфсирләнгән. Шулар араһында бөрйәндәрҙең сергетышы тураһында ла фотоһүрәте менән бергә ярайһы уҡ ентекле мәғлүмәт бар. Әлбиттә, атты ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эйәрләүҙең айырмаһы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Биҙәү сәнғәтенең был тармағы бик алыҫ дәүерҙәргә барып тоташа.Улар XX быуат урталарына тиклем һаҡлана, ҡулланыла килгән әле. Ир-егеттәргә тәғәйен сағыу биҙәкле сергетыштар ҙа булған. Башҡорт егеттәре яҡшы кейенеп, һылыу аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Шул арҡала ҡоҙа булышҡандар, туйҙар үткәрелгән. Ырыуҙар араһында туғанлыҡ, татыулыҡ көсәйә барған. Яҙғы эштәрҙән һуң үткәрелгән йола байрамы һабантуй ҙа ат ярышынан башҡа үткәрелмәгән. . Кейәүгә бирелгән ҡыҙ ата-әсә йортонан буласаҡ ғаиләһенә оҙатылғанда, уның өҫтөндәге кейеме һәм атының күкрәксәһе, сергетышы, бауырлығы, арҡалығы бер иштән сағыу төҫтәрҙә биҙәлгән булыуы уның нәҫел-нәсәбенең затлы, бай, тәрбиәле булыуын күрһәтеп тороусы бер билдә булған.
Башҡарылышы
үҙгәртергәЭйәр аҫтына һалынған кейеҙҙең өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, уныһын үҙ сиратында төҫлө туҡыма киҫәктәренән мөгөҙлө ҡусҡар, өсмөйөш- шаҡмаҡтар менән дүрт яғының да ҡырҙарына ғына һалына. Өйҙә түшәк урынына ҡулланылған сергетыштан айырмалы, был сергетыштың урта өлөшөнә биҙәкләнмәй. Ғәҙәттә сепрәк япма үҙе кейеҙҙән бәләкәйерәк алынып, кейеҙе ҡайма булып күренеп тора.Ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйене ҙурыраҡ та һәм сағыуыраҡ та итеп әҙерләнгән. Оҫталар уны һәр кем үҙенсә текһә лә, сергетыштың биҙәктәре бер үк техникала башҡарылған.
Биҙәктәрҙең символикаһы
үҙгәртергәМәҫәлән, “һалмалап туралған” төрлө төҫтәге буҫтау ҡырҡындылар теҙелгән аҡ буй юлаҡтарҙы ҡарайыҡ. Шаҡмаҡ йәки ромб – бер урында нығынған, ныҡлы торған тамға булараҡ, ер,ер эшкәртеү символы булыр. Аҡ юл образы ғөмүмән башҡортта киң таралған төшөнсә. Аҡлыҡ, сафлыҡ– иреккә, тыныслыҡҡа, рухиәткә ынтылыш билдәһе булһа, шаҡмаҡтар кешенең был фани донъяла, йәғни ер тормошонда йәшәгән йылдары, үтелгән аҙымдары һанын һынландыралыр тип фаразларға мөмкин.
Ә япманың үҙәгендә дүрт яғын да уратып алған эрерәк тигеҙ өсмөйөштәрҙән торған һыҙаттар нимәне аңлата? Өҫкә ҡаратылған өсмөйөш –һәр саҡ өҫкә йүнәлеп яныусы ялҡын телдәре, ут символы ул. Тағы бындай өсмөйөш тау түбәһенә оҡшаш булғанға күрә, бейеклеккә артылыу, рух күтәренкелегенә ишара булһа, бер үк ваҡытта ир-ат тамғаһы (фаллос!) ла ул. Уларҙың тигеҙ бер рәткә теҙелеүе – йәнтөйәген яҡларға, ҡурсаларға һәр саҡ әҙер, кәрәк саҡта яуға күтәрелер өсөн сафҡа баҫҡан ғәскәр символын күҙ алдына килтерә...
Ошо өсмөйөштәрҙең бер рәткә ярышлап теҙелеүенән, һәр икеһенең араһында түбәһе аҫҡа ҡарай йүнәлгән, йәғни түңкәрелгән өсмөйөштәр хасил була. Һыу йыйылып ятыр соҡор-саҡыр, һауыт-һаба төҫмөрләнә уларҙа. Шуға күрә эзотерикала өсмөйөштөң был төрө ер йөҙөндә йәшәү сығанағы булған һыу, ҡатын-ҡыҙ символы булараҡ ҡабул ителгән. Ошо ике төрлө өсмөйөштәрҙең бер сафта үҙ-ара ярашып, төҙөк биҙәк-һыр барлыҡҡа килтереүе йәшәүҙең нигеҙендә ятҡан ут һәм һыу, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы, фанилыҡтың һәм рухиәттең мәңге айырылмаҫ ҡиммәттәр икәнен сағылдырған фәлсәфәнең сағылышы ул. Бына ошо ике генә фигураны ҡулланып, бер-береһен һис тә ҡабатламаҫ әйбер тегергә мөмкин булыуы – үҙе бер мөғжизә инде! Хәрәкәт итеү мөмкинлеге биргән атта кәрәк-яраҡ итеп ҡулланыла торған сергетыштың биҙәлешендә ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш-булмышының сағылышы, тормош фәлсәфәһе һыйған икән дә баһа.
Сергетышты ҡыҙыл, һары йөн йәки ебәк ептәр менән сигелгән мәңгелек донъя тәгәрмәсе түңәрәк, йыһан тамғалары ҡояш-ай-йондоҙҙар ҙа биҙәй. Шулай уҡ дүрт мөйөшөн суҡлап ҡуйғандар. Ҡат-ҡат ҡатлаған ептең бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес булараҡ, суҡ үҙе лә символ рәүешен үтәй. Беренсенән, ул күп булғанды белдерә. Икенсенән, күптең бергә ойошоуын, берҙәмлектә тупланыуҙы аңлата.
Халыҡ ижадында
үҙгәртергәМатурлыҡҡа ынтылыш кешенең кейгән кейеме менән генә сикләнмәгән. Башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарын һ.б.биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргәндәр. Башҡорт халыҡ йыры ”Ҡара юрға” ла был күренеш бигерәк тә асыҡ сағылдырылған: Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!
Таштан ҡаты тояғыңды
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде
Нағышларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Ҡырас ҡара ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Ҡабырсаҡтай ҡолағыңа
Суҡ тағырбыҙ, юрғам,
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Әҙәбиәт
үҙгәртергәРуденко С.И. Башкиры: Историко-этнографические очерки- Уфа:Китап,2018.-376 с.:илл. Шәкүр Рәшит Сыңрау торналар иле.Мәҡәләләр һәм очерктар.-Өфө:Башҡортостан “Китап”нәшриәте,1996.- 416 бит.