Сиңерткә (йомаҡтар)
- «Тоттом» тигәндә, тороп китте,
«Баҫтым» тигәндә, тороп ҡасты. - Шем шекерә-мекерә,
Тотам тиһәң, һикерә. - Ат башлы,
Болан мөгөҙлө,
Бүре кәүҙә,
Бүкән һын,
Ҡош ҡанатлы,
Ҡырмыҫҡа аяҡлы. - Эт башлы,
Ырғаҡ муйынлы,
Бүре кәүҙәле,
Бүкән һынлы,
Ҡуш ҡанатлы,
Тиктормаҫ йәнле. - Аяғы ҡулдан юғары,
һикерә талдан юғары.
Ни ҡош түгел,
ни ҡорт түгел,
Теҙе билдән юғары. - Сик-сик итә лә ситкә ҡуна.