Статистика: йөкмәтке/Статистика төшөнсәһе

Статистика: төшөнсәгә аңлатма

  • Статистика ― ижтимағи ғилем. Тормоштағы социаль-иҡтисади күренештәрҙе һан күрһәткестәре аша өйрәнеүсе фән;
  • Статистика ― ғәмәли эшмәкәрлек. Тормоштағы социаль социаль-иҡтисади күренештәрҙе фәнни нигеҙҙә һан күрһәткестәрен даими теркәп барыусы эшмәкәрлек;
  • Статистика ― һан күрһәткестәре. Тормоштағы социаль социаль-иҡтисади күренештәрҙе фәнни нигеҙҙә һан күрһәткестәрен даими теркәп барыусы эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе.

Статистика, фән булараҡ төрлө айырым йүнәлештәге фәндәрҙе берләштереүсе дөйөм ижтимағи ғилем. Статистиканың дөйөм теорияһы, иҡтисади статистика, социаль статистика, төбәк статистикаһы, демография һәм башҡа күп төрлө статистика фәндәрен берләштерә.

Статистика, ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ даими күҙәтеүҙәр алып бара һәм һан күрһәткестәрен теркәй. Йәмғиәт мәнфәғәте ҡәнәғәтләндереүсе эшмәкәрлекте дәүләт үҙ ҡурсаулығана алған.

Статистика, һан күрәһәткестәре булараҡ төрлө бәлешмә мәғлүмәт сығанаҡтарында, йыйынтыҡтарҙа нәшер ителә. Киң мәғлүмәт саралары аша йәмғиәткә етекерелә.