Супаҡ соҡоро

үҙгәртергә
Википедияла

Бөрйән районы Байназар ауылынан оло юл менән Белорет яғына киткәндә һул яҡта Супаҡ соҡоро тигән ер тороп ҡала. Юлдан 2 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Ялан бөткәс өс яҡлап текә генә яр аҫҡа төшөп китә лә урманға барып терәлә. Ҙур ғына соҡор хасил була. Элек-электән сабынлыҡ булды. Тәүҙә Салауатов Ғәлимйән ағай сапты, хәҙер улы Ғәлинур саба. Һәйбәт үҫә, йыл яҡшы килгәндә 40-50 күбә бесән төшә. Супаҡ тигәне нимәне аңлата икән тип күптәр ҡыҙыҡһына. Ә тарихы былай була.

1943 йылдың йәйе, илдә һуғыш бара. Уттай ҡыҙыу бесән мәле. Байназарҙан Азанғолов Мөхәррәм ҡатыны Хәйбә (ҡыҙ фамилияһы Усманова) менән ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып бесән эшләйҙәр. Бер йәшлек кенә ҡыҙҙары Сәмиға ла (хәҙерге фамилияһы Баязитова) үҙҙәре менән. Төштән һуң һәнәк-тырмаларын алып,шаурап кипкән бакуйҙарын йыйырға тип сығып китәләр. Ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле бит инде. Ә Сәмиғаны ҡыуышта йоҡлатып ҡалдыралар. Бесәндәрен йыйып, күбәләп ҡыуышҡа ҡайтһалар, бала юҡ. Һөрән һалып улай һуғылалар, былай йүгерәләр, юҡ инде бала. Тауыш та, тын да юҡ.

Әсәһе Хәйбә инәй илай-илай баланы эҙләп тороп ҡала. Атаһы Мөхәррәм ярҙамға кеше алып килергә ауылға йүгерә. Аңғансы көн дә кисләп бара, яҡты күҙҙә баланы табыр кәрәк бит. Атай кеше үҙенең әсәһенә әйтеп, күрше-күләнде йыйып, осраған бер кешене эйәртеп Арҡаға баланы эҙләргә сыҡҡандар. Күмәкләшеп -ҡысҡырышып ҡыуыш тирәһен, соҡор-саҡырҙарҙы ҡыҙырып эҙләйҙәр. Бейек итеп күпереп үҫкән үлән араһынан бәләкәй бала күренмәй ҙә инде,таба алмайҙар.

Тауышҡа бер һыбайлы егет килеп сыға. Армияға китергә повестка көтөп йөрөгән 16 йәшлек Науразбаев Рамаҙан Мөхәмәт улы була ул. Уға хәлде һөйләп бирәләр. Һыбайлы егет тә эҙләргә тотоноп китә. Ат өҫтөнән күберәк тә күренә, һыбайлы булғас арыраҡ китә. Йөрөй торғас бер ҡараңғы үҙәктә әллә илаған, әллә йырлаған тауыш ишетеп ҡала. Абайлабыраҡ ҡараһа, ҡуйы үлән араһында супайҙы (һупайҙы) ҡош һымаҡ ҡына башын сәкәйтеп илап ултырған ҡыҙҙы күреп ҡала. Атынан төшә һалып өшөп бөткән ҡыҙҙы ҡуйынына тығып, һөйөнсөләргә саба. Ата-әсә ҡыуанысының сиге булмай, һөйөнсөһөнә бер күлдәк әйтеп, Рамаҙанға һөйөнсө күлдәге кейҙерәләр.

Бына шул ваҡиғанан һуң был урынды Супайҙы соҡоро тип атап йөрөтә башлайҙар. Аҙаҡ ҡыҫҡартып Супаҡ соҡоро тип кенә ҡалдыралар.

Ә юғалған ҡыҙ үҫеп етеп, уҡытыусылыҡҡа уҡып сыға. Баязитов Марс Ишдәүләт улына тормошҡа сығып, директор булып эшләгән ире артынан Бөрйән районы мәктәптәрендә ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.