Сыбағаш менән ашлыҡ һуғыу (йомаҡтар)
- Ары ла лап-лап,
Бире лә лап-лап,
Кейеҙ ҡаплап,
Һөңгө һаплап.
- Ары ла лап-лап,
Бире лә лап-лап,
Кейеҙ ҡаплап,
Һөңгө һаплап,
Өйҙө болот,
Яуҙы ямғыр.
- Юғары менә тил-тилли,
Түбән төшә тил-тилли,
Бер бөтмәгән тил-тилли.