Сүмес (йомаҡтар)
- Өйрәк сума китер,
Ҡойроғо күренә китер. - Ҡайнаған ҡаҙанда балыҡ уйнай.
- Ҡойроғо ҡоймала, башы ҡоҙоҡта.
- Ҡойроғо ҡоймала, башы даръяла.
- Башы һыуҙа, ҡойроғо тауҙа.
- Ҡолонло бейә һыуға төштө,
Әлибай сабан ҡыуа төштө. - Һыңар аяҡ һайыҫҡан,
Һыуға төшөп һыу эскән. - Ҡойроғо бар - болғамай.
- Эҫе күлдең эсендә
Сыр яланғас һыу инә.