Сүсбәрә (эремсек билмәне, кәкре, ҡаҙан ҡолағы (бөккәне), ҡаҙан кәкереһе) — украин аш-һыуында күберәк таралған славян ризығы, усҡа һыйышлы түңәрәк сөсө ҡамыр эсенә ваҡланған ит, йәшелсә, бәшмәк, емеш-еләк, эремсек төрөп, ныҡ итеп ҡымтып, ҡайнар һурпала бешерәләр.

Ҡаймаҡ өҫтәлгән украин итле варениктары
Сейәле (десерт урынына) украин варениктары

Сүсбәрәгә, ҡаҙан кәкреһе (варениктарға) Көнсығыш Рәсәй билмәне (ҡолаҡ, пермени, манты), марийҙың подкоголиһы, Көнбайыш Рәсәйҙең колдуны һәм шулай уҡ традицион ҡытай аш-һыуының бик күп блюдолары оҡшаш. Был блюдоларҙың төп айырмаһы эслегендә һәм формаһында. Итальян равиолиһы эсенә быҙау ите һалынған кескәй генә колдундарға оҡшаған һәм ябай аш йә һурпаға һалынған туҡмастыҡы кеүек ҡамырға алдан бешерелгән ит ҡушып әҙерләнә.

Сүсбәрә (ҡаҙан кәкреһе) өсөн ҡамыр бойҙай ононан эшләнә, ҡамыры сөсө, сүпрә йә кефир ҡушып баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйәләр, унан түңәрәк, осло мөйөшлө йә тура мөйөшлө киҫәктәр эшләйҙәр. Был киҫәктәргә туралғн бешкән ит, быҡтырылған кәбеҫтә, бешкән картуф, эремсек һалалар; йәиһә яңы йыйылған еләк: сейә, көртмәле, ер еләге һалып, ситтәрен биҙәкләп бөрөп ҡуялар. Артабан ҡайнап торған һыуға һалып бешерәләр (йә парҙа бешерәләр). Әҙерләү алымы: варениктарҙы, өҫкә ҡалҡып сыҡҡансы ҡайнаталар (һәм тағы ла бер-ике минут тоталар, дәүмәленә ҡарата). Бешергәндән һуң, варениктарҙы майҙа ҡурырға була.

 
Һәлкәү варениктар

Һәлкәү сүсбәрә

үҙгәртергә

Һәлкәү сүсбәрә:

  • Эслекһеҙ сүсбәрә, ғәҙәттә, тәмле подлива менән;
  • Таба дәүмәлендәге вареник: ҡамыр ҡатлауы — эремсек ҡатлауы — ҡамыр ҡатлауы; өҫтәлгә ҡуйғанда, квадрат йәки ромбиктарға киҫелеп бирелгән; исеме әүәләү булмағандан сығып бирелгәндер.

Өҫтәлгә ҡуйыу

үҙгәртергә

Эҫе көйө, ҡаймаҡ йәки аҡ май ҡушып, бирелә. Ҡаймаҡлы варениктарға йыш ҡына шәкәр һибеп йә ҡайнатма (варенье) ҡушып ашайҙар. Картуфлы варениктарҙы ҡурылған һуған һәм ҡыҫыр май менән тәҡдим итәләр.