- Бәләкәй генә аҡ тана,
Mөгөҙөм бар тип маҡтана.
- Бәләкәй генә аҡ тана,
Һөтөм күп тип маҡтана.
- Аҡ күгәрсен ултыра,
Һабаға һыу тултыра.
- Ҡыу ҡарағас башынан
Ҡыуылдырыҡ осорам.
- Өйөмдәге аҡҡошом
Түр башында ултыра.
- Аҡҡошом ҡара ҡан ҡоҫа.
- Кәкре тауыҡ ҡан тамыҙа.
- Аҡ тауығым көндә аунай.
- Аҡ ҡына көсөгөм ҡан ҡоҫа.
- Бохаранан килгән буҙ бейә,
Әйләнә лә ҡан ҡоҫа.
- Аҡ үрҙәктең арҡаһы тишек.
- Бәләкәй генә аҡ килен
Йүгерә-йүгерә ҡунаҡ һыйлай.
- Аяҡһыҙ аҡ бесәйем
Өй эсендә йүгерә.
- Кәштә башында аҡ тауыҡ
Ултырып тора маҡтанып.
- Тимер торба өҫтөндә
Бер аҡ тауыҡ ултыра.
- Муйынын һуҙған мулла
Төшөп ҡарай ҙа һаба төбө ялай.
- Бәләкәй генә бөкрө Эйелә лә ҡан ҡоҫа.
- Өҫтәлемдә аҡ үгеҙ,
Маңлайында бер мөгөҙ.
- Аяҡһыҙ-күҙһеҙ аҡ бесәй
Ашъяулыҡ аша һикерә.
- Ары ла әтәс,
Бире лә әтәс,
Ҡунаҡ килһә, йүгерә әтәс.
- Ҡыу ҡарағас башында
Ҡоҙам ҡурмас ҡыҙҙыра.