Сәй торты
Сәй торты — сәй табынының йәме.
Составы
үҙгәртергә- 2 әфлисун
- 0,5 стакан грек сәтләүеге
- 150 г шәкәр
- 0,5 стакан ҡуйы еләк ҡайнатмаһы
- 100—125 мл ҡаты ҡара сәй
- 50 г үҫемлек майы
- 300—350 г он
- 1 балғалаҡ сода
Составы
үҙгәртергәҠуйы еләк ҡайнатмаһына шәкәр, үҫемлек майы һәм ҡаты ҡара сәйҙе ҡушып болғатабыҙ. Әфлисундарҙы таҙартып, киҫәктәрҙе 3-4 өлөшкә бүләбеҙ. Грек сәтләүеген ыуаҡлатабыҙ. Ондо сода менән болғап, әфлисундар менән грек сәтләүеген һалып, беренсе ҡатнашманы ҡушып бергә болғатабыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ рәүешендә килеп сығырға тейеш. Формаға һалып, 35-40 минут духовкаға ҡуябыҙ. Глазурь, ялтырауыҡтар, сәтләүек, емештәр менән биҙәргә була.