Сәтләүек (йомаҡтар)

Сәскә атыусы сәтләүек ағасы
Листья и орехи лещины обыкновенной
Cәтләүектәр
  1. Шығыр-шығыр шығырсаҡ,
    Тышы һары, эсе аҡ.
  2. Бер үҙәктә мең ботаҡ,
    Ботаҡ һайын оя,
    Оя һайын йомортҡа.
  3. Тосо ҡаплы,
    Кимеге татлы.
  4. Абау, ҡыҫты бармағым,
    Ҡубып төштө тырнағым.
  5. Бәләкәй генә сүлмәгемдә
    Тәмле бешә сумарым