Сәхәби кирам
Сәхәби кирамдар, йәғни сәхәбәләр - кешелектең бөйөк заттары. Уларҙың дәрәжәһе пәйғәмбәрҙәр дәрәжәһенән генә ҡалыша.
Сәхәби кирам
үҙгәртергәПәйғәмбәребеҙ Мөхоммәдте, ғәләйһис-сәләм, бер тапҡыр ғына булһа ла күргән, уның сөхбәтендә булған (пәйғәмбәребеҙҙең һүҙен тыңлаған, әңгәмәһен ишеткән) кешене сәхәбә тиҙәр.
Сәхәбәләрҙең барыһы ла мәртәбәле, абруйлы, хөрмәтле кешеләр булған. Сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, янында булып, малдарын, йәндәрен ҡыҙғанмаҫтан, булмыштарын, эшмәкәрлеген, ғилемен, көсөн Исламдың һәм имандың Ер йөҙөндә таралыуына бағышлаған. Шуның менән улар пәйғәмбәребеҙҙең маҡтауына лайыҡ булған.
Беҙ, мосолмандар, сәхәби кирамдарҙы яратырға, хөрмәтләргә тейешбеҙ.
Сәхәбәләрҙе ике төргә бүлеү бар
үҙгәртергә- Беренсеһе - моһажирҙар
- Икенсеһе - әнсарҙар
Моһажир тигәндә һүҙҙең һижрә менән тамырҙаш икәне күренеп тора. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, Аллаһ бойороғо буйынса Мәккәнән Мәҙинәгә Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, менән бергә күскән кешеләрҙе атайҙар.
Моһажирҙар - Мәккә кешеләре.
Әнсарҙар иһә - Мәҙинә ҡалаһындағы кешеләр.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, мал-мөлкәте, бөтә нәмәләре менән моһажирҙар менән уртаҡлашҡан, Мәккәнән күсеп килгән мосолмандарға моһажирҙар ихлас ярҙамлашҡан.
Сәхәби кирамдар - кешелектең бөйөк заттары. Уларҙың дәрәжәһе пәйғәмбәрҙәр дәрәжәһенән генә ҡалыша.
Өфөнөң Туҡай урамындағы боронғо мәсеттә сәхәби кирамдарҙан булған дүрт хәлифәнең исемдәре яҙылған:
- Әбү Бәкер,
- Ғүмәр,
- Ғуҫман (Ғосман),
- Ғәли.
(Аллаһ Тәғәлә уларҙың барыһынан да риза булһын!)