Сәғәттең сәғәт һәм минут телдәре (йомаҡтар)
- Ике ағай-эне,
Береһе торғансы, икенсеһе
Урам әйләнеп ҡайта. - Кибет, кибет эсендә ике егет.
- Оло ҡыҙым да йүгерә,
Кесе ҡыҙым да йүгерә,
Көнө-төнө йүгерә,
Йомошон ҡасан бөтөрә? - Улы бер өйгә ингәнсе,
Атаһы ун ике өйгә инә.