- Көн үткәнде кем белә?
Мин онотһам, ул белә.
- Иртә лә, кис тә —
Һәр ваҡыт эштә,
Хәл йыймай һис тә.
- Ағайым алған бер ҡатын,
Бармаҡтары шау алтын,
Түңәрәк йөҙлө,
Уҡа һырлы.
- Барабыҙ ҙа барабыҙ,
Урыныбыҙҙа ҡалабыҙ.
- Көн китә, төн китә,
Энә буйы ер китә.
- Үҙе йәнһеҙ,
Көн бара, төн бара,
Бер ҡарыш ер бара.
- Аҡылы бар, йәне юҡ.
- Аҡылы юҡ,
Йәне юҡ,
Үҙе кешегә иҫәп өйрәтә.
- Ағиҙелдең аръяғында
Ун ике ҡара ҡаҙ уйнай.
- Ары ләйләй,
Бире ләйләй,
Эйәк аҫты биҙәкәй,
Күрмәнеңме, Зәйнәкәй?
- Ары тә-тә,
Бире тә-тә,
Бүрәнәлә ҡандала.
- Ашамай, эсмәй — көнө-төнө эшләй.
- Йәне юҡ — йөрөй.
- Үҙе йәнһеҙ,
Көн бара, төн бара.
- Аяғы юҡ — йөрөй,
Теле юҡ — һөйләй.
- Ауыҙы юҡ — теле бар.
- Бер туҡтамай йөрөһә лә
Бер урындан китә алмай.
- Келт-келт йөрөй —
Урынынан китә алмай.
- Келт-келт итә, үтеп китә,
Ризыҡ-нәфҡәләрен әйтеп китә.
- Күк һарайҙың эсендә
Күк күгәрсен гөрөлдәй.
- Бер башта ун ике күҙ.
- Ала аяҡ, йомро таяҡ,
Уртаһында тел — һин уны бел.
- Бер урында баҡа ултыра, һикерә-һикерә — китә алмай.
- Бара-бара тауҙан ашмай.
- Бара-бара, һаман барып етә алмай.