Сөгөлдөр (йомаҡтар)
- Үҙе түңәрәк — туп түгел,
Төҫө ҡыҙыл — алма түгел,
Ҡойроғо оҙон — сысҡан түгел. - Башы йәшел яп(ы)раҡ,
Ятҡан ере туп(ы)раҡ;
Үҙе ҡыҙыл ит кеүек,
Ашамаға ҡатыраҡ. - Ҡыҙыл ҡыҙым ер эсендә,
Сәсе ер өҫтөндә. - Тарҡауылда татлы тамыр.
- Тышы ҡандай,Тәме балдай.
- Ер аҫтында ҡыҙыл әтәс.