Сөсикмәк
Хәйерле иртә, дуҫтарым! Уң аяҡтан ғына тороп, иҫән -һау уянғанға ҡыуанып, күкрәк тултырып һулап, яңы көндөң хәйерле, уңышлы булырын теләп ышаныслы аҙымдар менән дөп тә дөп баҫып китәйек әле!))
Кисә анау семәрле сөсикмәгемдең рецебын күптәрегеҙ һорап яҙғайны. Ғәфү итегеҙ, айырым һәр берегеҙгә яҙып ултыралманым. Иртәнге ундан киске бишкә тиклем Мораҡта булдым, аҙаҡ өй эштәренә сумдым.
Һәр кемдең ҡулы үҙенсә эшләй тигәндәй, бер үк төрлө рецептан төрлө тәмдәге ризыҡ сыҡҡанына аптырамағыҙ! Әйтәйек был ондан, майҙан һәм башҡа ҡушылған ризыҡтар составынан торорға мөмкин.
Мин ошолайыраҡ баҫам. Өс табалай ҡамырға 180-200грамм аҡ май йәки маргарин, 1-2стакан ҡуйы һөт 2күкәй ярты балғалаҡ сода самалап тоҙ ауыл ҡаймағы булһа, бер -ике ҡалаҡ тултырып уны ла һалам Тик шыйыҡ май ҡушмағыҙ, маргарин менән дуҫ түгелдәр улар, ҡамыр ҡата ла ҡуя.
Йомшаҡай ғына итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ондо үлсәгәнем юҡ,шулайҙа самалап биш -алты ус тултырып алам инде. Тағын бер сере; ҡамырға һалынған ризыҡ -шыйыҡсалар йылы булырға тейеш, тән йылылығында тибеҙ ҡайһы берҙә))
Үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ шулай ҡырҡып, 15-20 минут алһыуланғансы бешереп алығыҙ.ныҡ йоҡаҡ та, ҡалын да итмәгеҙ, уртаса ғына булһа тиҙ ҙә бешә,ҡоро ла булмай. Тәмле булып бешһен сөсикмәктәрегеҙ!
Уңышлы көндәр теләйем, йүнсел, егәрле, һәр бер яңылыҡҡа битараф ҡалмаған дуҫтарыма! Бер -беребеҙгә дәрт өҫтәп, ҡанат ҡуйып йәшәйек әле эйе бит, тормош шул тиклем матур!!!