Тамсы (йомаҡтар)
- Суҡышһыҙ сәпсек боҙ тишә.
- Үҙе оҙон, үҙе ҡыҫҡа,
- Үҙе йыуан, үҙе нескә,
Өҫтә саҡта беленмәй,
Аҫҡа төшкәс, күренмәй,
Ҡойо ҡаҙый эйелмәй-бөгөлмәй. - Төшкәне күренмәй,
Килгәне беленмәй,
Эҙе ҡала. - Һикереп төштө —
Боҙҙо тиште. - Өй артында дөп-дөп ҡойо ҡаҙый.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ дөп-дөп ҡойо ҡаҙый.
- Мороно төшкән бер турғай
Мурта-турта боҙ тишә. - Өй артында тәңкә һикерә.
- Өй артыңда дөп-дөп тары төйәләр.
- Ялт -йолт ялтырай,
Яңғыҙ ағас ҡалтырай,
Ынйы һымаҡ теҙелә,
Уҡа һымаҡ һуҙыла.