Тамғалар тарих һөйләй
Башҡорт халҡы Рәсәй дәүләте файҙаһына төп һәм өҫтәмә һалымдар түләргә мәжбүр ителгән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан сиктәрен күрше күскенселәрҙең баҫып инеүенән һаҡлауҙан ғибарәт хәрби хеҙмәт уларҙың иңендә булған.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ сиктәрендә ошо ерҙәргә дәғүә итеүсе ҡаҙаҡ, ҡалмыҡтарҙың йәшәүен билдәләһәк, сик буйы хеҙмәтен үтәү башҡорттарҙан ниндәй көс талап итеүен аңлауы ҡыйын түгел – сик һаҡлау хеҙмәтен тулыһынса үҙ иҫәптәренә атҡарғандар. Даими карауыл тотоп , сиктәрҙе һаҡлау өсөн 7 сик-кәртә булдырып, кордон тотоп йәшәгәндәре билдәле. Был факт .
Икенсенән сик буйы хеҙмәтен үтәү менән бер рәттән, башҡорт ғәскәрҙәре һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан.
Киң билдәле: Рәсәй алып барған һуғыштар теҙмәһен күсереп яҙыуҙы урынһыҙ тип һанайым. Баш күтәреүҙәр, бунт, киң Башҡортостан эсендәге ҡанлы бәрелештәрҙе лә иҫәпкә алмайынса, конкрет 1831 йыл тураһында бәйән итмәксемен.
Маҡсат – Тимер ауылының барлыҡҡа килеүенең йылын билдәләү, шулай уҡ Аралбай, Мөсәт, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдарының килгән йылдарына төҙәтмәләр индереү. Икенсенән, күрше йәшәгән ырыуҙарҙан да аҫаба ерҙәрҙе һаҡлап, сик булдырып йәшәгәндәрен күҙалларға кәрәк.
1831 йылға ҡарата: Ҡарағай -Ҡыпсаҡ улусының 1-се бүлегенә ҡараған старшина Тиляугул Ялсин командаһына ҡараған Тимер ауылы. Ауыл 11-се юртаға ҡарай. Ике улус: Бөрйән һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ сиктәрендә ултырған оло тарихҡа бай ауыл.
Шулай уҡ Мөсәт ауылы ла 11-се юртаға ҡарай. Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының 1-се бүлегенә старшина Алтынбай Ильясов командаһында Байназар ауылы 10-сы юртаға ҡарай.
Әйтелгән юрталарға ҡараған ауылдарҙың тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә барлыҡҡа килеү йылдары ысынбарлыҡҡа тап киләме? Әллә ауыл тарихтарын бәйән иткәндә ҡайһылыр сәбәптәр менән киткән хаталарҙы төҙәтәйекме? Йә булмаһа, шулай тип яҙғандар бит, тип килешеп йәшәйекме? Иң беренсе нәүбәттә, юғары әйтелгәндәрҙән сығып, бер генә һығымта яһау мөһим: “Беҙ - Бөрйән ырыуынан, беҙ – Ҡыпсаҡ ырыуынан, тип дөрөҫ әйтергә кәрәк...”
Районыбыҙҙың “Таң ” гәзитендә донъя күргән, быуаттар буйы архивтарҙа һаҡланып, беҙҙең көнгәсә килеп етеп асылған, 1831 йылда яҙылған Аралбай утарына нигеҙ һалыусы 23 шәхестең исем-шәрифтәре, уларҙың ырыу тамғалары ҡуйылған һорауҙарға аныҡ яуап эҙләргә этәргес көс бирә.
Рәсми хатта күренеүенсә, минең атайым Хәмзәнең атаһы Нөғәмәндең атаһының атаһының-атаһы – Буранбай Тляшев 11 -се урында тамғаһын ҡуйған.
Буранбай Тляшев 1772 йылда тыуған. Атаһы 20 йәшендә өйләнгән, тип иҫәпләгән хәлдә, уларҙың атай нигеҙе - Тимер ауылында, 1816 йылдағы рәүиз яҙмала күренеүенсә – 23-сө йортта теркәлгән. Ҡатыны Барсына. Улдары Ҡадырбай, Мөкмин һәм дә ике туған ҡустыһы Әмирхан Абыҙов – 1799 йылда тыуған.
Ауылда йәмғеһе 51 йорт! Буранбайҙың тыуған йылынан атаһының йәшен алып ташлаһаҡ, 1752 йыл килеп сыға ла инде. Тарихта плюс, минус 2 йыл рөхсәт ителә , тип иҫәпләһәк – Тимер ауылы 1750 йылда булған!
Баязит Ғибат улы Йәғәфәровтан алынған рәсми ҡағыҙҙа яҙылғанса, Тимер ауылына 1786-1790 йылдарҙа нигеҙ һалынған, тип күрһәтелә. 1795 йылдағы рәүиз яҙмала Тимер ауылында 156 кеше теркәлгән. Күктән төшмәгәндәрҙер ҙә инде... Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алһаҡ, һығымта яһарға мөмкин. Шулай итеп, Тимер ауылы 1750 йылда булған һәм 1795 йылдағы рәүиз яҙмала күренеүенсә, 156 кеше йәшәүе дөрөҫлөккә тап килә!
Картала ауыл күренмәгәс, ауыл булмаған, тип әйтеү хата ҡараш, минеңсә. Аралбай ауылына нигеҙ ҡасан һалынған? 1831 йылға тиклем хуторҙа йәшәгәндәр һәм теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мә бүр булғандар, тип фаразлайым. Ауыл статусы бирелгән ваҡыт быға тиклем 19-сы быуаттың уртаһы тип күрһәтелә ине. 1830 йылда Аралбай ауылы булған, тип дәлилләнгән ысынбарлыҡты ҡабул итер кәрәк! Нигеҙ һалыныуы 1815 йылға тура килә. Сәбәбен аңларһығыҙ.
Шулай уҡ 11- се юртаға ҡараған Мөсәт ауылына 1816 йылда нигеҙ һалынған, тип раҫлана килде быға тиклем. Әлеге лә баяғы, шәжәрә төҙөргә ынтылып йәшәү мине 1816 йылдың ноябрь айындағы рәүиз яҙмаға - 6-сы башҡорт кантонына ҡараған Мөсәт ауылының исемлектәренә юлыҡтырҙы. Берәү түгел, ике экземпляр ҡулыма килеп инде. Ихлас итеп һәр битенән үҙемә таныш исемдәр, фамилиялар барлау менән мәшғүллек һөҙөмтәһен бирҙе, тип уйлайым.
Бәләкәй генә асыштарҙы һеҙгә тәҡдим итәм. Беренсенән, был рәүиз яҙманы ҡулланғандар исемлегендә Дауытов Гәрәй Дәүләтбай улының исем -шәрифтәрен күреү минең өсөн оло ҡыуаныс булды. Ул барыбыҙға ла билдәле шәхес Ә. Әсфәндиәровтан һуң архив материалдарын ҡулына алған. Алып ҡайтҡан күсермә материалдары Гәрәй Дәүләтбай улының өйөндә һаҡлана микән? Йәл, бик йәл – ғүмере ҡыҫҡа булды Гәрәй ағайҙың...
Икенсенән, рәүиз яҙманың икенсе экземпелярында Мөсәт, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдарының исемдәре баҫым яһап яҙылған. Бына һиңә - мә! Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр икән.
1816 йылдың ноябрь айында Мөсәт ауылында 38 ғаилә – 118 кеше теркәлгән. Старшина Ҡабил Алдаҡаев раҫлап, канцелярияла тейешле кешегә тапшырған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йорт хужаларын теркәгән юлдарҙа н/м, г хәрефтәре ҡуйып сығылған һәм дә һуңғы биттә асыҡ итеп Старо–Мусятовой, 63, Ново-Мусятовой, 53, Галиакберовой 2, йәмғеһе – 118 тип яҙылған.
Рәүиз яҙманың беренсе битендә Мөсәт ауылы тип кенә күрһәтелгән. Конкрет ошо (1816) датаға ҡараған ваҡытта ауылдар исемлегенә Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдары өҫтәлә! Юғарыла әйтелгән Мөсәт ауылының эсенә индерелеп йәшерелгән ике ауыл килеп сыға бит! Булыуы мөмкинме? Булдырғандар ауылдарҙы, әммә йәшергәндәр... Сәбәбе нимәлә? Старшина №абил Алдаҡаевтың ҡул аҫтында, аңлауымса, Мөсәт ауылында (Иҫке Мөсәттә) 1-се йортта старшинский помошник Арыҫланғужа Азаитҡулов 1745 йылғы (ҡатыны Кулзәминәгә (Гөлзәминә) 60 йәш, улдары Абдул 18 йәштә, Байбулат 26 йәштә, ҡыҙы Бәлхиәгә 19 йәш) теркәлгән.
18-се йортта – сотник Янъюлдаш Мөсәтов (1777 йылғы) (ҡатыны, 5 улы, ҡыҙҙары икәү һәм килене) теркәлһә, 22-се йортта – хорунжий Иҫәнаман Иҫәнғужин, 1777 йылғы, (ике ҡатыны: Сагамдука, Малиха һәм дә ике улы) теркәлгән. Р ә ү и з я ҙ м а л а р ҙ а б е р ауылда өс хәрби кешене осратҡаным әлегәсә булғаны юҡ ине. Шуныһы отошло, тип һанайым: тик сотник Мөсәтов ҡына Иҫке Мөсәттә тип күрһәтелә. Иғтибар итһәгеҙ, сотниктың фамилияһы һәм Мөсәт исемдәре тап килә бит! (атаһы исеме менән тап килә...)
Һандарға әйләнеп ҡайтайыҡ: Иҫке Мөсәттә 19 ғаилә – 63 кеше; Яңы Мөсәттә 18 ғаилә – 53 кеше. Футболдағы кеүек иҫәп 1:1. Конкрет алғанда, ауылдар ҡасан барлыҡҡа килгән? Логик фекерләп, яуапты бергәләп эҙләйек: 9 ғаилә башлап күсеп ултырһа, 53- 18=35 бала; ике йыл һайын бер бала тыуа, тип уйлаһаҡ, 35:5=7 йыл; 1816-7=1809. Яуап әҙер: Яңы мөсәт ауылына 1809 йылда нигеҙ һалынған! Ошо уҡ ысул менән иҫәпләүҙәр башҡарһаҡ, Иҫке Мөсәткә 1794 йылда нигеҙ һалынған килеп сыға. Тарихта + - 4 арифметик хатаны иҫәпкә алһаҡ, иҫбатлап әйтергә була – Иҫке Мөсәт ауылына 1790 йылда нигеҙ һалынған!
1795 йылғы рәүиз яҙмала күренмәүен ошолай аңларға була – ауыл статусы булмаған. Иманым камил, юғарыла әйткәндәр, иҫәпләүҙәр – дөрөҫ! Мәғлүмәттәр эҙләгәндә, ауыл статусын алыуға бәйле ниндәй талаптар ҡуйылғанына, конкрет дәғүәләр теҙмәһенә юлыҡманым. Шуны аңланым: ауыл исеме аҫтында йәшәгәндә, һәр йән башына һалынған яһаҡтан тыш (оброк), һалым (налог) – дөйөм һалым билдәләнгән һәм Рәсәй ҡаҙнаһына йыйып алынған .
Тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелгән конкрет күләмдәге күпме һыуһар тиреһе, нисәмә батман бал тапшырғандары тураһындағы мәғлүмәттәрменән ҡыҙыҡһынғанндар танышырҙар, ҡыҙыҡһынырҙар.
Төп һорауға яуап кәрәк. Ни өсөн Мөсәт ауылында теркәлеп йәшәгәндәр исемлегендә, рәүиз яҙмала күренеүенсә, Яңы Мөсәт, Ғәлиәкбәр ауылдары кешеләре йәшерелгән?
Дөрөҫ, ауылға, йәшәгәндәре өсөн тәғәйенләнгәнн – дөйөм һалымдан (налог) ҡасырға ынтылғандар ! Әлбиттә, Яңы Мөсәттә, Ғәлиәкбәрҙә йәшәһәләр ҙә, улар күмәкләшеп Мөсәт ауылының һалымын түләргә ярҙам иткәндәр.
ЮЮғарыла әйткәнемсә , Аралбай ауылын 1831 йылда барлыҡҡа килтерергә мәжбүр булғандар, сөнки уларҙы, хатта яҙылғанса, “ обнаружили живущими”.
Боһондобите утарында йәшәһәләр ҙә, улар Тимер ауылында, 1806 йылда рәүиз яҙмала күренеүенсә, теркәлгәндәр һәм ауылдың дөйөм һалымын (налог) түләшкәндәр. Нисә йыл шулай дауам иткәндер, әйтеүе ҡыйын.
Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: һәр рәүиз яҙма дөйөм сходта уҡып ишеттерелә һәм раҫлап ҡул ҡуябыҙ, тип тейешле имзалар менән нығытыла. Былар барыһы ла, аңлауымса, һәр йортҡа йөрөп, тере йәндәрҙең (йәшәгәндәрҙең) аныҡ йәштәрен, тыуған йылдарын күрһәтеп яҙғандан һуң, йәшереп, яҙҙырмайынса ҡалдырманылар микән, тип эшләнә. Һәр йән башына тәғәйенләнгән яһаҡ (оброк) Рәсәй ҡаҙнаһын тулыландыра... Түҙәләр инде.
Дөйөм һығымтаға киләйек:
- Яңы Мөсәт ауылына нигеҙ һалыныу ваҡыты, рәсми сығанаҡтарҙа күрһәтелгәнсә, 19-сы быуаттың 4 0 - сы йылдары түгел икәнен асыҡланыҡ – 1809 йылда нигеҙ һалыныуын ҡабул итәйек!
- Иҫке Мөсәт ауылына нигеҙ һалыныу ваҡыты итеп 1790 йылды билдәләйек!
- Аралбай ауылы 1831 йылда барлыҡҡа килгәнен раҫлайыҡ!
- Тимер ауылына 1750 йылда нигеҙ һалыныуын рәсмиләштерәйек!
- Тарихи сығанаҡтарында күренеүенсә, 1940 йылда Бөрйән районы биләмәһендә 68 ауылда атай-олатайҙарыбыҙ йәшәгән. Бөгөнгө көндә ауылдар һаны – 34. “Юғалған” ауылдарҙы барлап, аныҡ эш пландарына индереп, иҫтәлек таштарын ҡуяйыҡ, туристик маршруттар булдырайыҡ, хөрмәтле райондаштар!
Тамғалар тарих һөйләй... Алда тағы ла асыштар көтә. Изге теләктәр менән имзамды ҡуям. Юлай САДИҠОВ.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- 'Тамғалар тарих һөйләй "Таң" гәзите, 2020 йыл, 30 июль, кесаҙна, № 61 Юлай САДИҠОВ.