Тараҡан (йомаҡтар)
- Һайғағым тулы һары алтын.
- Кәштә тулы ҡыштырлаҡ.
- Кәштә тулы һыулы бәрәмес.
- Мейес башында тархан туйы.
- Аҡ тау башында ҡара өйөр утлай.
- Аҡ тау күккә тейгән ерҙә
Ҡара айғырҙар утлай. - Мөрйә төбөм еҙ ҡаҙаҡ.
- Өй түбәмдә еҙ ҡаҙаҡ,
Ай ҙа, йондоҙ ҙа түгел. - Ике мөгөҙлө,
Алты аяҡлы,
Ике ҡанатлы,
Алтын ҡорһаҡлы. - Тыума тыуыр, өйгә шыуыр.