Тараҡ (йомаҡтар)
Тараҡ тештәре
- Бәләкәй генә бала-саға
Тау шыуа ла тау шыуа. - Күҙһеҙ ҡырҡаяҡ урман аралай.
- Ҡара тәкә тау шыуа.
- Тимер тәкә тау яра.
- Ҡара һыйырым тау ялай.
- Бәләкәй әбей тау шыуа.
- Ауыҙы юҡ, теше күп,
Кәлтә һүтә, эше күп. - Тырнағы мең, үҙе бер,
Тауға менеп тырмалай. - Донъяла бар бер малай,
Тырнағы мең, юрғалай,
Тау башына менә лә
Һөрмәгән ер тырмалай. - Кескәй генә толпар
Тауға менер, тауҙан төшөр,
Урман эсләп юртар. - Тау башында титарай
Һөрмәгән ерҙе тырмалай. - Теше күп — ашамай.
- Теше ҡырҡ — тешләмәй.
- Өй түбәһендә күк турғай,
Һөйәккә теше үтмәй. - Илле кәртәле, Ике тәртәле.
Ул нимә? Йә, әйт әле! - Тәртәһе бар — аты юҡ,
Тештәре бар — башы юҡ. - Етмеш ҡарағай башына
Менәм дә шыуып төшәм.