Татлы колбаска
Татлы колбаска — күбеһенсә байрам ризығы, ҡунаҡтар килеп төшкәндә тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ. Әҙер ҡуйы ҡатнашманы фольга йәки ашамлыҡ пленкаһына формалаштырып төрөп һалырға. Һыуынып ҡатҡансы аҙ ваҡытҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға. Өҫтәлгә бирер алдынан телемдәргә бүлергә.
Составы
үҙгәртергә- Шәкәрле печенье 300—400 г
- 200 г аҡ май
- 1 стакан шәкәр
- 1 аш ҡалаҡ какао
- 5 аш ҡалағы ҡуйы һөт
- 1 станкан грек сәтләүеге
Әҙерләү
үҙгәртергәПеченьеның ярты өлөшөн ит борғостан сығарып, йәки блендерҙа ваҡлатырға. Иң еңел ысулы — пленка эсенә һалып туҡмастаяҡ менән иҙергә. Ҡалған өлөшөн ваҡ өлөштәргә бүлеп сығырға. Грек сәтләүеген ваҡлап, печеньеға ҡушырға. Шәкәргә какао һәм ҡуйы һөт ҡушып, һүрән утҡа ҡуйып, болғата-болғата ҡайнау хәленә еткерәбеҙ. Уттан алып, шаҡмаҡтарға бүленгән аҡ май менән бутайбыҙ. Яйлап грек сәтләүеге ҡушылған печеньены ҡушабыҙ (ныҡ ҡуйы булмаһын өсөн, самалап ҡына). Шоколад төҫөндәге ҡуйы ҡатнашма килеп сығырға тейеш.