Был татлы ураманы теүәл рецепт буйынса ғына бешерер кәрәк, шул сағында хатта байрам өҫтәлен дә биҙәрлек тәмлекәс килеп сыға. Ә бешереүе ябай ғына, тәжрибәһеҙ хужабикәләр ҙә булдыра ала, иң мөһиме, тиҙ ҙә. Эслек өсөн өйҙә булған ҡайнатмаларҙы, бешереп ҡуйыртылған һөттө файҙаланырға була, тик улар ағып сыҡмаһын өсөн үтә шыйыҡ булмаһын.

  • 3 эре йомортҡа
  • 5 аш ҡалағы өймәләм итеп он
  • 5 аш ҡалағы ҡоро һөт
  • 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
  • Өстән бер балғалаҡ сода
  • Семтем тоҙ
  • Бешереп ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка) йәки алма повидлоһы, джем (тәменсә)

Иң беренсе ҡамырын әҙерләйбеҙ. Бының өсөн йомортҡаларҙы сәнске йәки миксер ярҙамында күперткәнсе туҡып алабыҙ (ағы менән һарыһын бергә).

Аҙаҡ берәм-берәм ҡалған компоненттарҙы ҡушабыҙ: тоҙ, ҡоро һөт, аҡ он, шәкәр ҡомо. Һуңынан лимон һутында йәки аш һеркәһендә, кефир (ҡаймаҡ, әсегән һөт булһа ла ярай) һүндерелгән соданы өҫтәп, яҡшылып болғатабыҙ.

Духовканы алдан эҫетергә ҡуябыҙ.

Форманы майлайбыҙ, булһа пергамент ҡағыҙы түшәйбеҙ, өҫтөнә тигеҙ генә итеп ҡамырҙы йәйеп һалабыҙ. Форманы 250 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкаға тығабыҙ.

Ҡамыр теүәл 5 минутта бешеп сыға.

Өҫтө матур булып ҡыҙарып торған йомшаҡ ҡамырҙы формаһынан алып та тормаҫтан, өҫтөнә эслекте тигеҙләп һөртөп сығабыҙ ҙа тығыҙ рулет итеп урайбыҙ. Быны бик етеҙ эшләргә кәрәк, әгәр яйлаһаң, бисквит һыуына ла, урағанда рулет һынып бөтә.

Татлы ураманы форманан алып йөйө аҫта ҡалырлыҡ итеп һай тәрилкәгә күсереп һалырға, өҫтөн шәкәр пудраһы менән какао ҡушылмаһын һибеп йәки шоколадты иретеп биҙәргә мөмкин.

Сәйгә бирер алдынан 1 сәғәт самаһы һыуытырға кәрәк.