Тауыҡ бауырынан паштет

-

Шул тиклем тәмле бит ул тауыҡ бауыры! Бешереп йә ҡыҙҙырып өҫтәлгә ултыртырға өлгөрмәйем, юҡ була. Ни арала ашап бөтәләрҙер, аптырайым. Ыста! Һинекеләр ашамаймы? Нисек инде улай? Ҡабып та ҡарамайҙармы? Кит, юҡты һөйләп ней, тәмле итеп бешерә белмәйһеңдер. Аһ-аһ!

🌷🌷🌷Был хәтлем маҡтағас, бешермәй ни сара. Эштән ҡайтышлай ярты кило тауыҡ бауырын һатып алдым магазиндан. Хәҙер бер тәмлекәс бешерәм тип, алъяпҡысымды һыға тартып бәйләп, ең һыҙғанып эшкә тотондом. Бауырҙы бер нисә ҡат һәйбәт кенә итеп сайҡап тураным. Табалағы ҡыҙған майға ике баш һуғанды оҙонсалап турап оҙаттым, саҡ ҡына ҡыҙҙырғас, ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе, аҙаҡ бауырҙы өҫтәнем янына. Тоҙ, борос һиптем. Еҫе, әднәке, тәмлеее! Төҫө матур! Бушҡа маҡтамаған икән танышым! Тик үтә ныҡ оҙаҡ ҡыҙҙырмағыҙ, бауыр ҡатып китмәһен. Ҡайһы бер кеше, өс минут та етә ти, миңә ҡалһа бигерәк аҙ ваҡыт, ун минут самый ғыналыр ул. Тәк-тәк, йәһәт кенә тәрилкәләргә һалып өҫтәлгә ултыртҡас, иремде, улдарымды ашарға саҡырам:

-Тәмлекәсем әҙер! Тиҙерәк булығыҙ!

-Әсәй, нимәкәй ул?

-Кәләш! Еҫе тәмле лә, тик минең бауыр ашамағанды беләһең дә инде!

🍀🍀🍀Бөттө! Донъям түңкәрелде! Ни эшләтергә инде был бауырҙы? Тәмле бит әле үҙе! Күҙемдән субырлап йәштәр аға, телемдән әсе һүҙҙәр инде ысҡынам-ысҡынам тигәндә, ирем әйтә: -Кәләш! Ә бына паштет итһәң, бер үҙем бер табаны ашап бөтәм!

«Ашамай ғына ҡара!»-тип эстән генә һөйләнә-һөйләнә шкаф мөйөшөнән ит үткәргесемде килтереп сығарҙым. Нимә булһа ла әйтергә тел ҡысый бит инде, ирем ит үткәргесте ҡорған арала, әлеге лә баяғы «блендерым булһа, ит үткәргес менән ыҙаланмаҫ инем», тип ҡыҫтырылып өлгөрәм).

-Ярар инде, кәләш, үпкәләмә.

-Һы! Әйтеүе рәхәт! Үпкәләмә,имеш… Ә минең бәлки үпкәләгем киләлер?

Һыр бирмәҫкә тырышҡан булам инде үҙемсә))) Оҙон-оҙаҡ үсегеп йөрөй торған ғәҙәт юҡ инде ул, йәһәтләп эшкә тотондом. Ҡыҙҙырылған бауырҙы һуғаны-кишере менән ит үткәргестән ике тапҡыр үткәреп алдым да, ике ҡалаҡ йомшарған аҡ май менән бутаным. Апаруҡ күп кенә килеп сыҡты был паштетым. Икмәккә һылаптырып, тәмләп ҡараһам, ыста! Телемде йота яҙҙым да!

-Мммм! Кәләш! Үәт, исмаһам, тәмлеее! Күптән эшләмәй ни уны…

-Әсәй! Мөмкинме миңә тағын добавка!

💃🍒🍒🍒Күңел күтәрелде, үпкәм онотолдо, донъя шул тиклем матур! Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, дуҫтарым!

Гөлназ Ишемғолова