Ташбаҡа (йомаҡтар)
- Аяғын-ҡулын йәшерә
Таш күлдәге эсенә. - Таш тирмәнең эсендә
Ураҙ кеүек байбисә. - Бәләкәй генә бер әбей
Тупһа аша үт(ә)алмай. - Шыптыр туным аҫтында
Секрей күҙле эт ята. - Аҫты ла таҡта,
Өҫтө лә таҡта,
Башын аҫтына һалып, йоҡлап ята. - Ҡырҡһаң — бысаҡ үтмәй,
Сәнсһәң — ҡаны сыҡмай. - Кем үҙ йортон елкәһендә
Күтәреп йөрөтә? - Һис ҡасан да ашыҡмаҫ,
Ауыр йөгөн ташламаҫ.