Ташбүкәндең ер-һыу атамалары

Ташбүкәндең ер-һыу атамалары



Хәмит өйө - Үрге Ташбүкәндән Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.

Оло юл буйлап бер аҙ барғас Ҡаран йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!

Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.

Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк, Оло ялан йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек Үтәк ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.

Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк, Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.Ҡарауыл тауының башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. Тоҙаҡтау - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта, Бағраш ауылына барып сығаһың(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары Иҫәкәй яғына таба Йылансыҡ тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.

 Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.

Ҡашҡат йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менәнбергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барыпсығып була.Бәгрәзе тауын төшһәк, Оҙонуй яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.


Ә хәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар.
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.

Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк, уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).


Ғафури районы Ташбүкән ауылы.Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса