Таш дауаһы
Таш дауаһы
Инеш һүҙ
үҙгәртергәТау-таш араһында йәшәгән бөрйән халҡы ташҡа шул тиклем күнеккән, көндәлек тормошта, көнкүрештә уның барлығына хатта иғтибар ҙа итмәй. Ситтән килгәндәр, ҡаяташтарыбыҙҙҙы беренсе тапҡыр күреп, һоҡланһа һәм аптыраһа, беҙ уларҙың аптырағанына аптырайбыҙ кеүек. Боронғораҡ өйҙәрҙең йоҡа тигеҙ таштарҙы ҡатлап балсыҡ менән нығытҡан нигеҙеме, шажлап торған йомроҡас мунса таштары тиһеңме, ишек алдарына түшәлгән өҫтәлдәй тигеҙ тәбиғи ялпаҡтарымы, түңәрәк тирмән ташымы...һанай китһәң, ниндәйе генә юҡ уларҙың! Бала саҡта уйнап үҫкән “бишташ”, “ҡырҡташ”тарҙың төҫтәре, шымалығы әле лә иҫтә. Малайҙарҙың, нисә кәләш алырын юрап, ҡоймаҡ таштарҙы һыу өҫтөнән кәйелткәненә ҡыҙҙар ҙа, ситтән генә ҡарап тормай, ҡушылып китә инек. Ярыш сәме ҡайнап тора инде был уйындарҙа! Еңеү-еңелеү – барыһы ла үҙеңдең булмышыңдан, тырышлығыңдан, эргәлә ҡарауылсы ололар юҡ! Өшөп-күгәренгәнсе, йәйҙең йәй буйына һыу ингәндә, ҡояшта ҡыҙған йәйпәк таштар өҫтөндә күпме аунағанбыҙҙыр? Шул сәбәпле, донъябыҙҙы онотоп китеп, ваҡытында эҙләп алып, бикләргә өлгөрмәгән быҙауҙар көтөүҙән ҡайтҡан һыйырға ҡушылһа, сыбыҡ та аҙ эләкмәгәндер беҙгә. “Иҫһеҙ булып” һыу инеүҙәр дәүерендә ҡолаҡҡа нисә тапҡыр һыу инде икән? Хәҙергеләр кеүек, бәлә һалып өйгә ҡайтыу, ата-әсәйгә ошаҡлап йәлләтеү башҡа ла инеп сыҡмай әле ул.Врачҡа күренеү тигән нәмәне белмәйбеҙ ҙә! Матур ғына аҡһылдарын эҙләй һалып алып, ике ташты ташҡа сәңкетеп һуғабыҙ ҡолаҡ төбөндә. Өҫтәүенә һамаҡлап та өлгөрөр кәрәк: “Аҡ таш, ҡара таш,ҡолағымды яра таш!” Башты һыу ингән ҡолаҡ яғына иңкәйтәһең, әммә кәүҙә туры, шул яғындағы һыңар аяҡта тороп, һикерәндәйһең... Күпме сослоҡ, таһыллыҡ, сабырлыҡ талап ителә бер башыңа! Уның ҡарауы, бераҙҙан ҡолаҡтан йылы булып һыу ағып китә лә, ҡотолдоң бер бәләнән! Әкиәт һөйләүсе ололарҙың: ”Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың өйө булған ти таштан... һөйләйемме баштан?” –тип һемәйтеүҙәрен дә иҫләгән быуын әле беҙ. Кешенең тәү торлағы таш мәмерйәләрҙә булыуы тураһында мәғлүмәт һаҡланған бит ошо ябай ғына һүҙ бутҡаһында! Бар донъяға билдәле булған Шүлгәнташыбыҙҙың да исеме тыйыулы булғандыр тим, сөнки ул урындағы халыҡ телендә Ташөй тип йөрөтөлә ине. Ысынлап та, тарихта эш һәм һунар ҡоралдары ла таштан яһалған дәүер булыуы һәм уның шартлы рәүештә таш быуат тип аталыуы һәр кемгә мәғлүм. Таштар – Ер шарын йәшәү урыны иткән кешелектең иң боронғо юлдашы, тигән фекерҙе яҡларға була. Ер йөҙөндәге барса халыҡтар ҙа таштың миллионлаған йылдар самаһы планетаның хәтерен һәм Йыһан кәрен туплаған мөғжизә икәненә ышана. Башҡорт халҡында ла таштар тураһында ярайһы уҡ мәғлүмәт тупланған. Беҙҙең заманға тиклем таш әйберҙәр генә түгел, хатта ташҡа бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр, уйын төрҙәре, дауалау алымдары быуындан-быуынға күсеп килеп етеүе ошоға дәлил.
Нимә ул «литoтepaпия»?
үҙгәртергәТрадицион булмаған дауалау алымдарынан һаналған таш менән дауалау «литoтepaпия» тип атала икән һәм был термин боронғо грек телендә λίθος (лиҫос)–таш +θεραπεία(ҫерапия) –дауалау һүҙбәйләнешен аңлата. Минералдан таралған нурланыш һәм тулҡынланыш кешенең төрлө ағзаларына тәьҫир итеү көсө менән бәйле был алым Көнсығыш, Азия илдәрендә киң таралған. Халыҡ табиптары таштарҙың энергетик балансты көйләүен, йәғни таш менән кешенең үҙ-ара мөнәсәбәттә була алыуын күҙ уңында тота. Рәсми медицина ла литотерапияның организм өсөн тышҡы файҙаһын, йәғни эҫе таш менән йылытыу ҡан тамырҙарының киңәйеүенә һәм нервыларҙың тынысландырыуына булышлыҡ итеүен таный. Һыуыҡ таштар ярҙамында, киреһенсә, тәндең билдәле бер өлөшө һыуытыла, һуңынан шул урындағы ҡан әйләнешен көсәйтеп, уны кислород менән туйындырып, токсин һәм шлактарҙы сығаралар.
Дауалаусы таштарҙы төркөмләү
үҙгәртергәКристалдар энергетикаһы буйынса төркөмдәргә бүленә. Бының өсөн шарт булып уларҙың ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килеүе иҫәпкә алына : вулкан урғылыуҙанмы, диңгеҙ төбөндәме, әллә ултырған тау тоҡомдарымы?
Ошо тaлаптан сығып, минepaлoгик-энepгeтик шкaлa төҙөлгән:
1.Энepгeтик яҡтан иң көслө минepaлдар тип aлмaз, aлekcaндpит,зөбәржәт ( изympyд), pyбин, caпфиp һанала. Был бишәүҙән һуң ошо төркөмгө akвaмapин, aмeтиcт, гpaнaт, ceлeнит, тypмaлин, хpизoлит та өҫтәлә.
2. Агaт, мaлaхит, poдoхpoзит, алһыу kвapц, cepдoлиk, хaлцeдoн энергетик яҡтан уртаса кимәлдәге таштар рәтендә йөрөй.
3. Уларҙан ҡала oпaл һәм oбcидиaн да исемлеккә индерелгән. Органик рәүештә барлыҡҡа килгән гәүһәр (янтapь), мәрйен (кopaлл), ынйы (жemчyг), гaгaт, шyнгит айырым төркөм итеп ҡабул ителгән.
Рәсми танылған дауалаусы минералдар
үҙгәртергәЛитoтepaпияны шapлaтaнлыҡ тип һанаған рәсми медицина ҡайһы бер тәбиғи минералдарҙың opгaнизмға ыңғай тәьҫирен таный: һүҙ тоҙ тураһында.
Ашарға яраҡлы таш тоҙоның, ысынлап та, дауалаусы сифаттары барыбыҙға ла билдәле:
-тоҙ тәбиғи aнтиceптик һәм кoнcepвaнт;
- тоҙ эретелгән һыу йоғошло ауырыуҙар көсәйгәән осорҙа ауыҙ ҡыуышлығын,тамаҡ, танау эсен сайҡатыу өсөн ҡулланыла;
-һыҙлаған урынға ҡыҙҙырылған тоҙ тултырылған тоҡсай баҫыла;
- ҡаты тоҙ эретмәһендә һыуға аяҡ һәм ҡулдарҙы тығып ултырып, кире энергиянан һәм тырнаҡтарҙағы йоғошло бәшмәк ауырыуынан арынырға була;
-тоҙло вaннa – нервы ҡуҙғыуын, арыуҙы баҫыусы peлaкcaнт, тирене таҙартыусы һәм йомшартыусы сара;
- ҡоро тоҙ менән тирене ышҡып, уны ҡартайған һәм үле күҙәнәктәрҙән таҙарталар.
Ошо урында cпeлeoтepaпия тигән атама аҫтында литoтepaпияның үҙаллы тармағын да иҫкә алырға була. Ер аҫтындағы тоҙ ҡатламын сығарыуҙан бушап ҡалған ҡыуышлыҡтарҙа махсус төҙөлгән мәмерйәлә үҙемә лә булырға тура килде.Ундағы тәбиғи рәүештә йодҡа бай һәм һәр төрлө микробтарҙан азат һауаны һулап, астма һәм тын алышына бәйле башҡа сирҙәр дауалана.
Таш менән дауалау алымдары
үҙгәртергәТаш үҙенең энергияһын кеше менән уртаҡлашырға һәләтле тигән инаныуҙан сығып, уларҙы төрлөсә ҡулланып була: 1.Аmyлeт, тaлиcmaн, бетеү һәм төрлө биҙәүестәр рәүешендә ҡулланылған аҫылташтар уның хужаһын күҙ тейеүҙән, ҡарғыш алыуҙан, ғөмүмән, ҡара көстәрҙән һаҡлай тигән ҡараш беҙҙең халыҡта төплө урын алған. Ҡашмауыбыҙҙы һәм башҡа төрлө баш һәм өҫ кейемдәрен алайыҡмы; муйынға таға торған һәм түште ҡаплаған алмиҙеү, хәситә һ.б.атайыҡмы; беләҙек, йөҙөк, билбау булһынмы –барыһы ла ошо талапҡа тап килгән. Шуға күрә улар борондан, быуындан-быуынға күсә килгән матди һәм рухи байлығыбыҙ беҙҙең!
2.Таштың көсөн һыуға биреү.Бында бигерәк тә өшкөртөлгән тоҙ менән дауалау бик киң таралған алым. Һыуҙы көсәйтеүсе иң шәп минepaл – саҡматаш һанала.Уны кис көнө стакандағы һыуға һалып ҡуйып, иртән шул һыуҙы эсеп ҡуялар.
3.Таштың онтағын ҡулланыу (пopoшок). Ҡырҡылған яраға, иҙелгән сей тирегә, утҡа бешкән урынға әсеүташты ваҡлап, шуның онтағын һибеү беҙ баласаҡта ла киң таралған күренеш ине әле.
4.Һыҙлаған ергә йылытылған таш ҡуйыу.
Һыҙлаған ергә йылытылған таш ҡуйыу
үҙгәртергәОшо алым тураһында айырым яҙып үткем килә. Сөнки үҙем уның файҙаһын күп күрҙем. Белеүегеҙсә, ҡалаларҙа май айында үҙәк йылытыу системаһы һүндерелгәндә, йә сентябрь айында әле ул тоҡандырылмаған мәлдәрҙә, көн торошо үҙгәреп китеп, һыуыҡтар була ҡалһа, фатирҙарҙа бик һалҡын була.
Быуын һыҙлауҙарына дусар булғандар һәм оло йәштәгеләргә был осорҙо үткәреү бик ҡыйынға төшә. Бер мәл шулай, Мәскәүҙә тибет медицинаһына уҡып йөрөгән улым шылтыратып хәлемде һорағанда, шул турала әйтеп һалдым. Ул миңә тиҙ арала аҡ төҫтәге ҡул усындай ялпаҡ йылға таштары эҙләп табырға һәм уларҙы сәғәткә яҡын һыуҙа ҡайнатып, төнгөлөккә йоҡларға ятҡанда, шуларҙың өҫтөнә бер-нисә ҡат сепрәк аша ятырға кәңәш бирҙе.
Ялпаҡ аҡ таштарҙы табыуы бик анһат түгеллеген шунда белдем инде! Шулай ҙа Бөрйән йылғаларынан Стәрлетамаҡтағы фатирыма йыйып алып ҡайтҡан аҡһылыраҡ төҫкә яҡын 6-7 таштың файҙаһын күрҙем мин яҙлы-көҙлө. Нимәһе ҡыҙыҡ: түшәккә ятҡас, тән үҙенән –үҙе кәрәк урындарға шылдырып ала ул эҫекәй таштарҙы, шуның йылыһына баҫылып йоҡлап та кителә.
Иртән уянғанда, таштар һаман йылы килеш була. Кис ятҡанда таштар мине йылытһа, иртәнгә улар минең йылыма йылы килеш булалар микән ни, тип аптырай ҙа инем үҙем, әммә улар менән яҙлы-көҙлө аяҡ-быуындар һыҙлауҙан ҡотолғаныма шөкөр итәм. Ауылда йылы өйҙә йәшәһәм дә, хәҙер ҙә был һабаҡты ҡулланам, йылғанан йыйған таштарым һәр саҡ өйҙә һаҡта яталар. Был таштар бөтөн, шыма, матур булырға тейеш.
Ошо шәхсән тәжрибәмдән сығып, ғүмер баҡый тау-таш араһында йәшәп ятҡан бөрйәндәрҙә таш менән дауалау серҙәренең, алымдарының остоғо булһа ла һаҡланғандыр тигән өмөттән, ағинәйҙәр менән онлайн-әңгәмә ойоштороп алдыҡ:
Айһылыу Ғарифуллина:
үҙгәртергәӨләсәйемдең аҡ бер төймә һымаҡ нәмәһе бар ине. Ысын һиҙәп, ти ине. Алты йәшем тулмаҫ борон мин, ҡаралды башында ятып, ботомдо өҫкә күтәреп, стенаға терәп, тызынып ятып, ектәге мүк араһындағы ҡарағай сәнскәге күҙгә ҡаҙалды. Шуны ололарға әйтмәй йөрөп, күҙемә аҡ һалды.Өләсәй бысаҡ аҫтына һалмайһығыҙ баланы, тип, үҙенсә тәрбиәләне.Аҡһыл-зәңгәрһыуыраҡ төҫтә таш булдымы, төймәме (усҡа һыймалы, оҙонсай) шуны бысаҡ менән ҡырып, минең күҙгә һала ине. Ул шулай кеше дауаланы.
Фәнүзә Ишбаева был турала ентекләберәк һөйләне:
үҙгәртергәБеҙҙҙең, үткән быуаттың 40-70-се йылдарының яланаяҡлы, “ағасаяҡ,, бала-сағаларының, аяҡ-табандары, тиктормаҫ ҡулдары һыҙырылып-яраланып, сиҡандап ҡына бара торғайны. Күпме ауыртһа ла, һыҙлаһа ла,танау мыршылдатып, күҙ сепелдәтеп, ата-әсәйҙәргә әллә ни биҙунданманыҡ. КҮКҺЕЛ төҫтәге аҡбур һымағыраҡ был ташты өләсәйем йә әсәйем хәҙерге бер литрлыҡ банка ҙурлыҡ килелә төйөп, он-онтаҡ итеп алалар ине. Беҙ ни белгәс, беләк тешләп тормайбыҙ: белгәнде эшләйбеҙ. Мөйөш кәштәлә ултырған бормасанан, унда бөтөп китһә, келәттә теҙелешеп китеп, элеүле торған янсыҡ ҙурлыҡ тоҡсайҙарҙың тышынан ондоҡайын һәрмәп, табып, яраға һибеп алаһың. Ике-өстө һипһәң, яраңды ла онотаһың. Өләсәм әйтмештәй, тән ямауы үҙендә – ямала һуҙмаҡай-һуҙмай ғына. Ятыр алдынан яраны, һыҙырылған-сыйылған ерҙәрҙе шул онтаҡ иҙелгән һыу менән йыуып-сайып һалырҙар ине. Тиҙ кипһен-ҡатһын тип, яраны ураманылар ҙа. Ауыҙ эсе, тел-урт иҙелһә, әсеүташты имеп, йә тел аҫтына һалып йөрөгәндәр. Онтағын һыуға болғап, шуның менән ауыҙҙы сайҡатҡандар. Оло юлдан Яуымбайҙы үтеп, Дүртсүмәлеһен менгәс, Әсеү яланы башлана. Уңдан төптә, үрҙәрәк, ҡасандыр Мәһәҙейҙәрҙең йәйләгән ере башлана, Мәһәҙей Әсеүе атамаһы менән йөрөй. Йылға яндап һуҙылған тау әсеүташҡа бай булған. Ярға яҡыныраҡ ерҙәрҙә, яуындан һуң да таш иҙелеп, ҡойо-батҡаҡҡа әйләнеп, әсеп-күпсеп ятҡан. Ана шул батҡаҡ м-н сей яраны, ҡутыр-фәләнде дауалағандар. Хәҙергесә әйтһәк, дезинфекциялай торған антисептик булған инде.
Әәәә, тағы бер нәмә иҫкә төштө: бәғзе берәүҙе теше һыҙлап ыҙалата бит. Беҙ ҙә мәхрүм булманыҡ ул һыҙлауҙан. Иҙел ташы булдымы, махсус берәй ташмы, беҙ мунса ташы тинек, бармаҡ башы ҙурлыҡ биш-алты бөртөгөн ҡыҙҙыра ла, һауытҡа һалып, өҫтөнә һыу ҡойоп, бөркәндереп, боҫона ауыҙҙы асып ултыраһың. Ҡорто төшә, ти торғайны өләсәйем. Мунсаның ташына эҫе һалып, боҫона арҡа терәп тороуҙың ни тиклем шифалы икәнен күүптәр аңламай әле. Шул боҫта миндекте тота биреп, сабынып та ебәрһәң...Мунса— ул беҙҙең дауахана, ти торғайны атайым да. Мунса мейесенә Иҙел һыуы йыуған таштарҙы һалалар. Мәһәҙей ауылына килен булып төшөп, таштай батып, күркәм ғүмер юлы үткән 1901 йылғы Ғарифуллина Мәрзиә өләсәйем, 1930 йылғы әсәйем Ғарифуллина Нәбирә Шәһивәли ҡыҙынан бик фәһемле һабаҡтар —кәрәкле ғилем алғанмын икән дә...
Иҫке Собханғолдан Дилбәр Ғәлиева:
үҙгәртергәМинең өләсәй Исмәғилова Хәбирә Фәтих ҡыҙы дауалаған таш менән. Үҙем бәләкәй саҡта, иҫләйем уның өйөндә ҡыҙылса менән ауырыған балаларҙы, өҫтәренә ҡыҙыл сепрәк ҡаплап, теҙеп һалып ҡуйҙылар.Өләсәйем уларҙы, матур ғына һандығында һаҡлап тотҡан ташы менән һыпырып, өшкөрә. Мине лә, тегеләр менән бер юлы үткәрһен ауырыуҙы, тип бергә һалып ҡуйһаларҙ а, мин ауырымағанмын. Ғаиләбеҙ ҙур. 11 бала. Интернатта ятып уҡыусылар бөтәһе лә свинка менән ауырып ҡайтҡан бер мәл. Ул юлы ла өләсәй, апайымдарҙы ултыртып ташы менән йөрөтөп өшкөргән, һәм теге свинка нисек сыҡҡан, шулай юҡ булған. Ангинаны ла шулай дауалаған. Ике өләсәйҙәрҙең дә һәләттәре булған дауалай торған. Беҙ генә бер нәмә эшкинмәйбеҙ... Әйе, ул йылдарҙа дин, халыҡ ысулдары менән дауалау ысулдары тыйылған мәлдә үҫкәнгә күрә, өләсәйҙәребеҙҙҙең тормош тәжрибәһенә, халыҡ хәтеренә битараф итеп тәрбиәләнгән быуын балалары инек шул беҙ. Баласаҡтары Һарғаяла үткән Дилбәр Ғәлиеваның бер туған апайҙары Фәриҙә Ҡолдәүләтова һәм Вәсилә Бадамшиналар иҫләүенсә, таштың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Өләсәйҙәре әхирәт донъяһына күскән саҡта, әсәйҙәренең бер туған һеңлеһе, Әбйәлил районы Гусевка ауылында йәшәүсе Гөлсирә апайҙары һандығы-ние менән ҡуша алып ҡайтып киткән. Ул апайҙары үҙе лә мәрхүмә булғанда, был яҡтағы туғандарына уны ерләшергә барыу мөмкинселеге булмаған.
Артабан һүҙ тотҡаһы Яңы Монасип ауылы ағинәйе Нәсимә Сәғитоваға күсте:
үҙгәртергәТишек ташты бәләкәйерәк һауыттарға ризыҡ кәмемәһен, тип бәйләп ҡуйғандарын беләм.Ҡәйнәмдеке була торғайны. Ҡәйнәм Сәғитова Ғәйниямал Ишбулды ҡыҙы 1915 йылғы, 1996 йылда үлеп ҡалды. Мин килен булып килгәндә, уның ике ағас һауыты – күнәсектәре, сәсенә таҡҡан үрместәре бар ине. Ҙурыраҡ күнәсегенә нимә һалып йөрөткәндер, ә бына бәләкәйерәгенә тоҙ һалып тотоноп йөрөй ине. Ул күнәсектәрҙең ике яҡ ситенән бау таға торған тишектәре була торғайны, моғайын күргәнегеҙ булғандыр.
Шул тишектәрҙен береһендә таш бәйле торғанын күргәс, мин унан һорай ҡалдым. Шунда әйтте инде, һауыттан ризыҡ өҙөлмәһен өсөн, тип. Йәш саҡта ней ундай- бындайға ихтибар итмәнек бит инде. Ҡыбырлап, шундай нәмәләрҙе йыя, ҡыҙыҡһына башлағайным, ололар ҙа китеп бөттөләр. Ошондай тишекле таш, йәки таш булмаһа таптарҙың тишеге аша, һыйырҙың имсәгенән ҡан һауылһа, һауғандар. Моғайын, доғаһы ла булғандыр. Имләү була инде был ысул. Ул тишек ташты кеше Иҙел, башҡа йылға буйҙарынан үҙе тапҡанын бәйләп ҡуйырға тейеш. Яланда табылғанда бара микән, уныһын белмәйем. Ҡот, ырыҫ, бәрәкәт килтерә торған тип ышанғандарҙыр инде...Миңә тап булғаны юҡ бындай таш”.
Брәтәк ауылы ағинәйе Фәнүзә Ғөбәйҙуллина ла мәғлүмәтле булып сыҡты был турала:
үҙгәртергә“Инәйҙәр һөйләй торған ине. Тишек таш аша хәмерҙе ағыҙып эсерһәң, эскән кеше эсеүен ташлай, тип. Уның ниндәйҙер доғаһы ла бар шикелле. Мин бәләкәй саҡта ишеткәнемде генә яҙам. Мин дә, ул тишек ташты эҙләп- эҙләп, таба алманым инде”.
Ҡотан ауылында 1957 йылғы Фәрзәнә Ғәлинала табылды ул “тишек таштар”:
үҙгәртергә“Мин уларҙы эҙләмәйем дә. Үҙҙәре тап булалар улар миңә,” – тип таштарын бер өйөр итеп килтереп күрһәтте ул.Фотолағы таштар уныҡы. Хәтирәләре менән дә ихлас уртаҡлашты ул: “Аҫалы балаҫтар һуғыу оҫтаһы булған әсәйем Кәримәнең бер генә шыма “тишек ташы” булды. Уны ул өйҙөң ҡото, тип ишек башында һаҡланы. Яңғыҙы ике ҡыҙ баланы тәрбиәләгән әсәйем, сөскөрөп-бышҡырып ауырыша башлаһаҡ та, бер генә дауа ҡулланды. Иҙел буйынан йыйып алған йоморо аҡташтарын биҙрә төбөнә һала һалып, биҙрәне ут өҫтөндәге өсаяҡҡа ҡуя ла, таштар ҡыҙыу менән, эргәһенә беҙҙе юрған менән бөркәндереп ултырта.Эҫе таштарға һибелгән мәтрүшкәле һыуҙан хасил булған хуш еҫле быуҙы һулайбыҙ. Тәүҙә ҡырҙаныраҡ, таштар һыуына башлаһа, биҙрәгә яҡыныраҡ күсәбеҙ.Тирләп-бешеп сыҡһаҡ, башыбыҙға яулыҡ урап, йылы юрған менән баҫырып йоҡларға һала ине. Иртән тороуға һау-сәләмәтбеҙ!”
Ҡотан ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Хәмдиә Ситдиҡова үҙе лә хәтер яңыртты:
үҙгәртергә”Атайыбыҙ йәшләй үлеп, алты бала менән ҡалған әсәйем ферма эшенән бушаманы. Резинка итектәр менән йөрөп һыуыҡ үткәргән аяҡтарын, эҫе йәйгә сыҡҡас, Иҙел буйына барып эре генә ҡырсынлы ҡом өҫтөнә ултырып дауалар ине. Бераҙҙан аяҡтарын ҡомға күмеп, доғалар уҡып: “Һыҙлауҙарым, ҡомташ булып ҡойолоп ҡына ҡалһағыҙсы!“ – тип теләктәр теләй-теләй, аяҡтарын һыуға тыҡмай, ҡомон ҡул менән генә һыпырып, ойоҡтарын кейеп ҡайтыр ине. Әйткәндәй, өйҙә лә ул бер ваҡытта ла яланғас аяҡ йөрөмәне...Иманлылыҡтың, әҙәплелектең бер сағылышы булған бит инде уларҙың был ҡылығы.”
Ошо уҡ ауылда йәшәүсе 1954 йылғы Байрамғәлина Рәшиҙә Сабир ҡыҙының һөйләгәндәре лә фәһемле мәғлүмәтле булыр гәзит уҡыусыларға:
үҙгәртергә“Мәҡсүт ауылында бер инәй Ағиҙел буйында эҫе йәй көндәрендә таш менән арҡа, бил, быуындар һыҙлауын дауалай торғайны. Ул бер тигеҙ генә йәйпәк таштарҙы йыйып алып, уларҙы ҡояшта ҡыҙҙырып, һыҙлаған урындарға һамаҡлап теҙеп кенә һала ине. Был һамаҡлау, хәҙер уйлауымса, доға булған. Ҡайһы бер һүҙҙәре хәтерҙә һаҡланған. Ул һүҙҙәр Фатиха сүрәһендә бар. Инәй һыҙланыуҙы эҫе таш менән ҡыуған, доғалар менән өшкөргән. Әсәйемдең биле ауырта торғайны, ул бер нисә тапҡыр ошо дауаны ҡулланғас, аяҡҡа баҫып киткәнен иҫләйем. Иҙел буйында дауаланғанда, таштарҙы ул күлмәге аша ғына һалдырыр ине. Хәҙергеләр кеүек, бар ғәм алдында ҡатын-ҡыҙ ғәүрәтен күрһәтеү ғәҙәте булманы улар заманында.
Ҡотан ауылында Камила исемле белемле генә инәй йәшәне. Быуын ултыртыу, һынған урынды сыра ярып өйсөкләп бәйләү, яман шешектәрҙе утта ҡыҙҙырған бысағы менән ярыу һәм башка бик күп дауалау ысулдарын белә ине. Бәүеле тотмаған малайҙарҙы таш менән дауаланы. Ете юл юл сатында өсаяҡҡа таба ултыртып ут яға торғайны.Табала таштарҙы ҡыҙҙырып, шуның өҫтөнә шажлатып кесе ярау иттерә ине.Табанан сыҡҡан парҙы өшкөрөп балаға табан өрә торғайны. Был дауалау ысулы ете тапҡыр ҡабатлана. Ололар:” Камила инәйҙең дауаһы килеште, малайым арыуланды”, – тип ҡыуана инеләр.”
Бына шулай итеп, һүҙ артына һүҙ эйәреп, хәтер һандыҡтарын асып, таш менән дауалау төрҙәрен арыуыҡ асыҡланыҡ ағинәйҙәр менән. Ошо темаға әңгәмәләшә торғас, атайымдың әсәһе Брәтәк ауылының кендек инәһе Маһибәҙәр ҡартинәйемдең (1880-1978й.й.) бала сағымда ике тапҡыр ҡайраҡташ ҡулланып, тимерәүҙән өшкөрөүенең килешеп китеүе иҫкә төштө бит әле. Үҙенә бер төрлө таш яныуғысты һыулай биреп, балта-бысаҡ кеүек ҡорамалды үткерләгәндә, уның өҫтө бераҙ иҙелепме, күперекләнепме китә ине. Бына шул шыйыҡлыҡты һөртөп, өшкөрөп дауалағайны ул мине. “Ҡайраҡ, ҡайраҡ, кит йыраҡ, кит йыраҡ!” – шешектәрҙе, бүһерҙе имләү йолаһы ла булған икән шул башҡорт ырымдарында. Ташы ниндәй булғандыр уның, әммә районда Кейекбай Мәсеменә артылғанда, Ҡайраҡлы яланы барлығын үҙем беләм. Был атаманың килеп сығышы турааһында айырым ҡыҙыҡһынырға кәрәк булыр.
Иҫке Собханғолдан Зәкиә Йәмилха ҡыҙы Суфиянова ла был теманан ситтә ҡалманы
үҙгәртергәБаласаҡта йәйге миҙгелгә күсеү менән, көҙгә тиклем яланаяҡ йөрөй инек бит беҙ. Аяҡты ватыҡ быялаға яралау, йә булмаһа, тимер-фәләнгә баҫып ҡырҡылыу, ҡаҙалыу кеүек ҡаза бик һирәк осраған заман булған бит әле ул саҡтар.Йылға эсендәме, яр буйындамы – яланаяҡ таш тапау үҙе ниндәй файҙа булған беҙҙең сәләмәтлек өсөн! Аяҡ табанындағы барса нөктәләр тәнебеҙҙәге һәр ағза өсөн яуаплы икәненә хәҙер барыбыҙ ҙа мәғлүмәтле. Шуны иҫләп,10 см тирәһе тәрәнлектәге йәшниккә эреле-ваҡлы йылға таштары тултырып йәй көнө ишек алдына, ҡышҡа өйгә индереп ултыртып ҡуйһаҡ– яланаяҡ шулар өҫтөндә тапанып тороуҙы ғәҙәт итеп алһаҡ ине, тигән тәҡдим индереүҙе кәрәкле тип таптыҡ. Был кәңәшебеҙ ҙә күптәргә килешер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Шулай итеп, онотола төшкән теманы ҡуҙғатып, арыу ғына мәғлүмәт йыйып, бергә туплап, ойоштороп ҡуйғас, һүҙҙе йомғаҡлап, фекерҙе төйнәп ҡуяйыҡ. Боронғо һәм ерле халыҡ беҙ. Аллаһ Тәғәләгә үҙебеҙгә инселәгән тыуған еребеҙҙә йәшәйбеҙ, шунда берекккәнбеҙ. Шуға ла матди байлығыбыҙ ҙа, рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә үҙебеҙҙеке. Йолалар, риүәйәттәр, көндәлек тормошта ҡулланылған ғөрөф-ғәҙәттәр аша килеп еткән бит улар бөгөнгәсә. Асылмаған биттәре күп әле ул таш дауаһы мөғжизәһенең.