Таҡмаҡтар/Комсомолдар тураһында


Комсомолдар тураһында

Ямғыр яуа, томан төшә,
Ҡурай еләге бешә.
Коммунистарға алмашҡа
Йәш комсомолдар үҫә.

Ал килтерҙем алы өсөн,
Бал килтерҙем балы өсөн.
Комсомолдар көрәшәләр
Коммунизм даны өсөн.

Беҙҙең йырҙар - бөгөнгө,
Шулай йырлау күңелле.
Йырлап эшләп йөрөүселәр
Комсомолдар түгелме?

Тауға мендем таң атҡанда,
Тал киҫтем ай батҡанда.
Тау яңғырай, урман гөрләй
Йәштәр эштән ҡайтҡанда.

Тау башында аҡ ҡайын,
Япраҡ яра яҙ һайын.
Япраҡ ярған ҡайын кеүек
Беҙ үҫәбеҙ йыл һайын.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 235-236 биттәр