Таҡмаҡтар/Мөхәббәт тураһында

Мөхәббәт тураһында

Аҡлы күлдәк алам, алам,
Алам да һыуға һалам.
Колхозда алдынғы егет
Булалһаң ғына барам.

Ҡашҡынайымдың ҡараһын
Һыу менән йыуалмаҫһың.
Йәрең комсомолец булһа,
Ғүмергә юғалмаҫһың.

Ағиҙелдең аръяғында
Колхоздың көтөүҙәре.
Һөйгән йәрең тиң булмаһа,
Ҡыйын көн итеүҙәре.

Гөлнәфисә күлдәк тегә,
Бармағында уймағы;
Гөлнәфисә, һандуғасым,
Күреп күҙем туйманы.

Иртә була, кис тә була,
Кискә табан ел була.
Ике күҙем юлда була,
Килеп китһәң ни була?

Ике матур һыуға бара,
Ем-ем итә силәге.
Беҙҙең колхоздың ҡыҙҙары -
Бешкән ҡурай еләге.

Һибелә сәстәрем, тарала,
Таралмай буламы ни?
Шундай матур колхоз ҡыҙын
Яратмай буламы ни?

Аҡлы ситса күлдәгемде
Һаламын да кейәмен.
Үҙе матур, үҙе батыр,
Шуға өҙөлөп һөйәмен.

Ағиҙелгә һал килгән,
Һал өҫтөндә мал килгән.
Өфөлә юҡ, Мәскәүҙә юҡ
Беҙҙең кеүек пар килгән.

Ас тәҙерәң, еләк бирәм,
Еләктән ҡайтып киләм.
Алыҫ ерҙе яҡын күреп,
Һине күрергә киләм.

Егет, егет, тимәгеҙ,
Егеткә һеҙ тиеймәгеҙ:
Матур булһын, аңған булһын,
Шундай ҡыҙҙы димләгеҙ.

Өфөләргә барған саҡта
Бирҙәүешкә ҡараным.
Һиңә оҡшаған сәскәләрҙе
Түштәремә ҡаҙаным.

Өфөләргә киткән саҡта,
Дуҫҡай, мине ҡалдырма;
Мин таянған ҡулбашыңа
Яттарҙы таяндырма.

Баҡсаларға керәмен дә
Ары-бире үтәмен.
Почтальон күренгән һайын,
Һинән хаттар көтәмен.

Бара ла алмай ҡалдым шул
Киткәндә оҙатырға;
Исмаһам, хат йышыраҡ яҙ
Күңелде йыуатырға.

Ай түңәрәк, ай түңәрәк,
Түңәрәк булһаҡ ине;
Айҙай булып һин йөрөгән
Ерҙәрҙе күрһәң ине.

Һағынһам да, һарғайһам да
Түҙер әле йәш күңел;
Айырылһаҡ та ҡушылырбыҙ,
Тик көнө бөгөн түгел.

Аяғымда һары туфли,
Сандали кейгем килә.
Рәсемкәйең стенала,
Үҙеңде күргем килә.

Электрик балҡып яна,
Беҙҙең өй эстәрендә.
Иҫтәремдән һис сыҡмайһың
Көндөҙ ҙә, кистәрен дә.

Һалһам да тар, кейһәм дә тар
Бирсәткәмдең бармағы.
Өҫтәлемдә гөлөм үҫә,
Һин уның бер тармағы.

Май айының ал сәскәһен
Дуҫҡайыма оҡшатам.
Хаттар аша ҡулың ҡыҫып,
Ҡайнар сәләм оҙатам.

Ҡулымдағы беләҙегем
Һынмай ҙа, бөгөлмәй ҙә.
Һиңә булған мөхәбәтем
Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.

Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым.
Сөнкт йәшлегемдән матур
Сәскәләр табалманым.

Ағиҙелдең һыуҙарында
Йөҙҙөрҙөм аттарынды.
Сәғәтенә биш уҡыйым
Ебәргән хаттарыңды.

Бейек тауҙың баштарында
Эйәрле атҡайҙарым.
Үҙем булып һөйләр әле
Ебәргән хатҡайҙарым.

Ағиҙелдәрҙе яҡтырта
Атҡайымдың ҡашҡаһы.
Кемдәр булһа ла кәрәкмәй
Һин дуҫымдан башҡаһы.

Алъяпҡастарым уралды
Сипарат беләгенә.
Күҙҙәремә күренде лә
Ут һалды йөрәгемә.

Бейек тауҙа сейә булһам,
Ҡыҙарып бешер инем;
Алма булһам, адарыңа
Өҙөлөп төшөр инем.

Ал бер генә була ул,
Гөл бер генә була ул.
Йән яратҡан, күңел тартҡан
Йәр бер егнә була ул.

Йәш егеттәр ҡайтып килә
Колхоз баҫыуҙарынан.
Егеттәрҙе һынайбыҙ беҙ
Аяҡ баҫыуҙарынан.

Ике матур алма өҙә,
Береһе бауҙарға теҙә.
Өҙгәне ул саҡлы түгел,
Теҙгәне эсте өҙә.

Йәнкәй-йәнәш йөҙҙәреңә
Йөҙ ҡараным, туйманым.
Әллә нурҙан яратылған
Микән, тиеп уйланым.

Һин дә кеймә аҡтарҙы,
Мин дә кеймәм аҡтарҙы.
Һин дә һөймә, мин дә һөймәм,
Ҡыҙыл гөлөм, яттарҙы.

Бейек тауҙың баштарында
Һай, үҙем ҡайын булһам,
Мин ҡайындар булыр инем,
Һин былбыл булып ҡунһаң.

Ал да кейҙем, гөл дә кейҙем,
Ал-һарыһын кеймәнем.
Янам, көйәм, һине һөйәм,
Ташлар өсөн һөймәнем.

Аҡбуҙ аттың яҡшыһы
Ал сәскәне таптамаҫ;
Ебеп торған егеттәрҙе
Бер китап та маҡтамаҫ.

Әй, бәғерем, ҡара күҙем,
Ҡара күҙемә генә.
Ҡараһаң күҙемә генә,
Булам үҙеңә генә.

Ҡара костюмдарың кейһәң,
Ҡыҫып тора билдәрең;
Һине кемдер һөймәһен һуң,
Юҡ килмәгән ерҙәрең.

Алтын-көмөш уймағым,
Өҫтәлдәргә ҡуйманым.
Хат эсендә барыр инем,
Эстәренә һыйманым.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Аҙнабай.
Һөйәһеңме, һөймәйһеңме,
Әйтсе шуны алдамай.

Ҡара һинең күҙҙәрең,
Татлы һинең һүҙҙәрең.
Йәш йөрәгемде елкетә
Һинең нурлы йөҙҙәрең.

Бөрлөгәнде ашар инем,
Тейә шул тештәремә.
Сәхрә былбылдары булып
Керәһең төштәремә.

Лимон һарылары тамды
Аҡ сатин күлдәгемә.
Мәңге һүнмәҫ уттар һалдың
Минең йәш йөрәгемә.

Иртә тороп, тышҡа сығып,
Битем йыуҙым, тирләгәс.
Бигерәк ҡыйын була икән,
Һағынғанда күрмәгәс.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәрен беләһең;
Алһыу матур сәскә тотоп
Төштәремә керәһең.

Аҡлы ситса күлдәгемде
Йыуып элдем тирәккә.
Хуш, иҫән бул, тигән һүҙе
Тора минең йөрәктә.

Бейек тауҙың баштарында
Сәскә өҙөп ташланым.
Өҙөлөп хаттар яҙмаҫ инем,
Һағындыра башланың.

Алма, тиҙәр, алма, тиҙәр,
Алманың ни туҡлығы.
Күңелемдең бер ере буш -
Һин дуҫымдың юҡлығы.

Ал да булырбыҙ әле,
Гөл дә булырбыҙ әле.
Армиянан бәғерем ҡайтыр,
Бергә булырбыҙ әле.

Баҡсала гөлдәр бар микән,
Ҡыҙыл микән, ал микән?
Һинең нурлы күҙҙәреңде
Күрер көндәр бар микән?

Аҡтан алъяпҡыс тектерҙем,
Ҡараны яратмағас,
Һағынһам да түҙҙем инде,
Аралар йыраҡ булғас.

Аҡлы ситса күлдәгемде,
Ҡарайһа ла, йыумағыҙ.
Ҡош артынан сәләм әйтәм,
Ҡош һайраһа, ҡыумағыҙ.

Һары һандуғас балаһын
Ҡулдарымда һайратам.
Матурлығы бер ни түгел,
Уңғанлығын яратам.

Алғынам кеүек күрәм,
Гөлгөнәм кеүек күрәм.
Әллә ниңә бик яратам,
Йәндәрем кеүек күрәм.

Алһыу гөлөм, алһыу гөлөм
Алһыу гөлдәрем һиңә.
Алһыу гөлөм, таҙа күңелем
Мәңгегә булһын һиңә.
br /> Ҡашың ҡара, ҡашың ҡара,
Ҡашыңа күҙ теймәһен.
Килешмәгән ерҙәрең юҡ,
Һине кемдәр һөймәһен.

Былбыл булһам баҡсаларҙа
Бер ағас һайлар инем.
Шул ағаста һине маҡтап,
Иртә-кис һайрар инем.

Алтын тараҡ, көмөш тараҡ,
Ҡуйҙым сәсемде тарап.
Һөйләр инем һүҙҙәремде
Нурлы йөҙөңә ҡарап.

Өй артындағы баҡсала
Һин тирәк булһаң ине.
Шул тирәктең төптәрендә
Мин еләк булһам ине.

Алма баҡсаһына кереп,
Алма ашағым килә.
Мин алмаһы, һин сәскәһе
Булып йәшәгем килә.

Һандуғастың, меҫкенкәйҙең,
Һайрамаған көнө юҡ,
Сәләм әйтеп ебәрергә
Һандуғастың теле юҡ.

Өфөләрҙән үтер инек,
Барһаҡ Ленинградҡа.
Алыҫ ерҙәргә китәһең,
Хат яҙмай аптыратма.

Ҡулъяулығымды йыуырға
Зәңгәр күлдәр тапманым.
Башҡаларҙа юҡ күңелем,
Һине һөйәм, аппағым.

Һары ҡайыш дилбәгәләр
Беҙҙең аттарҙа ғына.
Иртән торһам, ике күҙем
Һеҙҙең яҡтарҙа ғына.

Ағиҙелдең аръяғында
Үҫә икән бөрлөгән.
Һинең менән мин генә бит
Ҡауыша алмай йөрөгән.

Эй, дуҫҡайым, сәстәреңде
Ниҙәр менән үрәһең?
Ҡулдарыңа сәскә тотоп
Төштәремә керәһең.

Йым-йым иткән ал сәскә
Һыу буйында бар микән?
Үҙе матур, үҙе батыр,
Миңә булыр йәр микән?

Ҡыйылған ҡара ҡаштарың
Ҡарағаттай күҙҙәрең.
Йөрәгемде өҙҙөрәләр
Өҙөлөп әйткән һүҙҙәрен.

Иртә тороп тышҡа сыҡһам,
Һыу өҫтө күм-күк кенә.
Һин бит минең яҡын дуҫым –
Күҙ нурым кеүек кенә.

Аттар килә уйнап-уйнап,
Өфө юлдары буйлап.
Һарғайҙы нурлы йөҙҙәрем,
Дуҫҡайым, һине уйлап.

Алтын эйәр, хәтфә мендәр
Һалдым ерән ҡашҡаға.
Күҙем төшһә, күңелем төшмәй,
Иркәм, һинән башҡаға.

Һандуғасым талға баҫып
Һайрағаны юҡ ине.
Бер кем өсөн был ҡәҙәр
е
Һарғайғаным юҡ ине.
Ағиҙелдән сыҡҡан саҡта,
Ҡамыш алдым ҡамсыға,
Һин дуҫымды оҡшатамын
Гөлдән тамған тамсыға.

Сукно кейәһеңме һин?
Сатин кейәһеңме һин?
Ихлас күңелемдән һөйәм,
Әҙерәк һиҙәһеңме һин?

Ике сәғәт бергә һуға,
Береһе һуға минутҡа.
Мин һалманым һине утҡа,
Һин һалдың мине утҡа.

Ағиҙелдә йөрөһәң ине,
Ҡамыштан кәмә үреп.
Былбыл булып, талға ҡунып,
Һөйләшһәң ине күреп.

Алма баҡсаһына керәм,
Алма сәскә атҡанда.
Төндә төштәремдә күрәм,
Юғалтам таң атҡанда.

Ҡыҙыл таҫмалар тағамын
Үҙем менгән аттарға.
Йәштән һөйгән йәркәйемде
Ҡалдырмайым яттарға.

Автомобиль, туҡта әле,
Минең дуҫым ултырһын.
Яртаҡанға хаттар яҙам,
Һағынғанда уҡыһын.

Күңелдәрҙе шатландыра
Ҡулды ҡулға бирешеү,
Хаттар яҙһаң, күберәк яҙ,
Хаттар – ярты күрешеү.

Аҡлы ситса күлдәгемдең
Ысклады ун ике.
И дуҫҡайым, булһаң икән
Ғүмерлеккә минеке.

Аҡ ҡағыҙҙар киҫеп алдым
Аҡ күлдәк өлгөһөнә.
Бер-ике йыр яҙып һалдым
Һағыныу билгеһенә.

Һандуғастың һайрауына
Ауыр һулама, дуҫым,
Һандуғасҡа моңло итеп
Үҙем һайрарға ҡуштым.

Беҙҙең колхоз ҡырҙарында
Гөрләп йөрөй комбайын.
Һин дуҫымдан хаттар көтәм,
Почталар килгән һайын.

Аҡлы ситса күлдәгемде
Кейһәм ҡараймаҫ микән?
Иҫкән елгә сәләм әйтһәм,
Алып баралмаҫ микән?

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ел иҫә талғын ғына;
Төштәремдә бергә булам,
Уянһам – яңғыҙ ғына.

Ағиҙелдең аръяғында
Ҡалды ҡара атҡайым;
Ҡалманы ҡара атҡайым,
Ҡалды ҡара ҡашҡайым.

Ҡаҙ ҡанаттарын һананым,
Теҙелеп ҡағынғанда;
Инде кемдәргә ҡарармын,
Өҙөлөп һағынғанда.

Бейек тауға менәм әле,
Арыһам да, талһам да;
Алһыу алмам, онота алмам,
Дөрләп утта янһам да.

Сатин күлдәк киң кәрәк,
Һөйгән йәрең тиң кәрәк;
Һөйгән йәрҙәрең тиң булғас,
Был донъяла ни кәрәк.

Ҡарар инде, ҡарар инде
Ҡара күҙҙәре менән;
Өҙөр инде үҙәгемде
Матур һүҙҙәре менән.

Һыу һип, дуҫҡай, гөлдәргә,
Һыу һимпәйсә ҡоротма;
Бергә булған минуттарҙы
Айырылғас та онотма.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов, 397-410 биттәр.

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ,
Бата күрмә, атлап сыҡ,
Һин дә минән артыҡ түгел,
Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Алъяпҡысың алһыу-алһыу,
Алһыуға мандың мәллә?
Моңаяһың, зарланаһың,
Выговор алдың мәллә?

Ағиҙелдәр шәп аға,
Тулҡыны ярға ҡаға.
Маһайыуың күберәк икән,
Ысдавать ит сельпоға

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре сәғәҙәт.
Йәр һөйәләр, һарғаялар –
Сығарғандар бер ғәҙәт!

Һандуғас һайраған була,
Урын һайлаған була.
Ат туғарып егә белмәй,
Ҡыҙҙар һайлаған була!

Моңло йырлап ебәрәһең,
Баҡсалағы былбылым.
Ыҡ-мыҡ килеп күп йөрөмә,
Һөйәр булһаң - бир ҡулың!

Бейек тауҙың баштарында
Үҫә икән гөлйемеш.
Булһа булһын йән һөйҙөргөс,
Булмаһын йән көйҙөргөс!

Бик һағынам, бик һағынам,
Бик һағынам. Белмәйһең;
Бик һағынған көндәремдә
Төшөмә лә кермәйһең.

Йәш ғүмерҙе уҙа, тиҙәр,
Уҙғанын күрһәң ине;
Уҙған саҡта тотоп алып
Кәрәген бирһәң ине.

Алы ситса күлдәгемдең
Бал итәге өс кенә;
Бәләкәй тип хурламағыҙ,
Һандуғас та кескенә.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Илгиҙәр,
Үҙе уҫал, үҙе сибәр,
Күрһәң йәндәрең биҙәр.

Ботинкаһы, ботинкаһы,
Ботинкаһы һыҙыҡлы,
Һөйәмен тип, аламын тип,
Йөрөүҙәре ҡыҙыҡлы.

Бейеүсеһе матур икән,
Исемдәре Гөлйемеш.
Үҙең уртаға сыҡҡанһың,
Үҙең бейергә тейеш.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Мортаза,
Аяҡ баҫыуҙарың матур,
Гел генә сыҡ уртаға.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәр Рәфҡәт.
Уйнамаған кешеләргә
Ҡайтырға ла рөхсәт.

Исемең Ниса икән,
Һөйгәнең нисәү икән?
Һөйгәне берәү генә лә,
Һин түгел, бүтән икән.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Ғәлимйән,
Ҡайҙарҙа хеҙмәт итәһең,
Күмпе алған ялунъяң?

Әйҙә, йырла, әйҙә, бейе,
Йырлап. Бейеп күңел ас,
Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа,
Тормош күңелле булғас!

Бейе, бейе, бейүсе,
Иҙән буйлап йөрөүсе.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейеүсе шәп – беренсе!

Әйҙә, баҫайыҡ әле,
Бергә баҫайыҡ әле.
Бейейек тә, йырлайыҡ та,
Күңел асайыҡ әле.

Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырҙашып,
Әйләнәбеҙ бит бергә.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 509-511 биттәр