Таҡыясусаҡ. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы тау.

Ғәлиәкбәр тауы — Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы янындағы тау. Ғәлиәкбәр ерендәге һәр таш тарих һөйләй. Тауҙар, таштар, ҡаялар – тыуған тәбиғәттең илаһи матурлығы ла, кеше күңеленең, рухының сағылышы ла. Ниндәй генә уй-кисерештәр тыуҙырмай кеше күңелендә ана шул тауҙарға менеп баҫыуҙары.

Ишеккәйем алды, һай, ҡуш тирәк
Ҡуш тирәккәй төбө ер еләк.
Еләктәре бешкән, һай, йыйған юҡ,
Йәш ғүмерҙәр уҙҙы, һиҙгән юҡ.
Ишеккәйең алдын һепереп тот, Алма тәгәрәтеп уйнарһың. Был йырҙарҙы, йәнем, иҫеңдә тот, Мин үлгәс тә һағынып йырларһың,

- тип йырлаған боронғолар уның тураһында. Сал тарих та, беҙҙең бөгөнгө көн дә, киләсәк хаҡындағы хыялдар ҙа – барыһы ла бәйле ошо ергә, ошо мәғрүр тауҙарға. Әммә бөтәһенән дә бигерәк халыҡтың тарихи ептәрен һаҡлап торғандай был тауҙар, был ҡаялар. Ниндәй иҫтәлектәр, риүәйәттәр, легендалар йәшәй халыҡ күңелендә! Ә исемдәрендә ни ҡәҙәрле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡланып ҡалған?!

Таҡыясусаҡ

үҙгәртергә

Ул Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръяғындағы тауҙың иң бейек түбәһе. Алыҫтан ҡараһаң, таҡыя кейгән кешенең башына оҡшап тора. Ул түбәнән бөтә тирә-яҡ ус төбөндә генә һымаҡ күренә: алыҫтағы тауҙар армыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик тә ярата, үҙенең ғорурлығы талисманы итеп һанай. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы З.Вәлиди Ғәлиәкбәр ауылына йәш сағында ла, граждандар һуғышы йылдарында ла һуғылып үткән һәм Таҡыясусаҡтың башына менеп ҡурай уйнаған.

Таҡыясусаҡ! Ул миңә бала саҡтан таныш. Сөнки ауылым кешеләре уны теленән төшөрмәй. Атайым төндә уяна ла:
–Таҡыясусаҡ башы бөгөн тыныс, иртәгә көн боҙолмаҫ, – ти ҙә тынысланып йоҡлап китә. Йәки:
–Таҡыясусаҡ шаулай, эштәрҙе йәһәтләр кәрәк, - ти. Ә мин ҡолаҡ һалам: тәүҙә аҙ ғына шау ишетелә. Был көсәйә барып, көслө үкереү хасил була. Ысынлап та, ауылымдың талисманы ул Таҡыясусаҡ. Ауылдаш-тарым уның менән һоҡлана, ғорурлана, ә ситтән килгәндәр:
–Был тауығыҙ емерелеп төшмәйме? Нисек эргәһендә йәшәй алаһығыҙ ул? – тиҙәр. Тауҙың аҫтында ғына күл бар. Халыҡ фекеренсә, имеш, бында аждаһа бар. 

Таҡыясусаҡ үҙенә бәйле бәйет шаһиты ла.

Бәйет

Таҡыясусаҡ башында

Таҙғаҡ яһай өс батыр.


Иң олоһо Садиҡ батыр

Бирә нисәхәт,өгөт.


Ғәлиәкбәр ауылының

Үткер икән мөгөҙө.


Садиҡ ағай батыр икән:

Атып йыҡҡан бер үҙе.

Хәл былай була. Берәүҙең һыйырын тау артында айыу йыя һәм һунарсылар уны ҡарауыллап атырға булалар. Төн ҡараңғы була. Емтек янына бер ҡара нәмә яҡынлай башлағас, уны атып йығалар. Яҡтырғас ҡына , айыу тип, яңғыҙ ҡатындың ҡара һыйырын атҡандарын күргәндәр. Ауылдың төртмә теллеләре оҙаҡламай бәйетен дә сығарып ҡуялар:

Ҡая ниндәй күркәм! Әйтерһең дә, ул көслө дауылдан ашалмаған, ҡаты һыуыҡтарға сатнамаған, ҡояш ҡыҙыуынан, ямғыр йыуыуынан онталмаған…
Бөйөк Ватан һуғышына Ғәлиәкбәрҙән 100-гә яҡын ир-егет яуға киткән. Әлбиттә, һуғышҡа китеүселәр һуңғы тапҡыр Таҡыясусаҡ башынан ауылына әйләнеп ҡарап:
Таҡыясусаҡ тауы бейек,
Тора-тора мендем башына.
Иҫән-һау ҙа ғына йөрөп ҡайтһам,                                               
Тарих яҙыр инем ташына,

- тип хушлашыу йырын яратҡан тауына бағышлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың яртыһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған. Тыуған ил алдында күрһәткән батырлыҡтарын, еңеүгә ышанысын Сталинград һуғышы бәйете аша белеп була.


Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминева Фәриҙә инәйҙән (1914 йылғы) уҡытыусы Усманова Әминә Арслан ҡыҙы 1970 йылдарҙа уҡыусыларҙан яҙҙыртып алған. Баҫмаға Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы әҙерләне.