- Ағастан ағасҡы(а) һикерә ҡарасҡы.
- Тап-тап, табағас,
Табағасҡа мең ағас,
Ҡойроғо бер ҡолас.
- Һикереп менә ботаҡҡа,
Килеп эләгә тоҙаҡҡа,
Бай тунына бер ямау.
- Сәтләүекте ярата,
Һунарсыны ҡарата.
- Үҙенән ҡойроғо оҙон.
- Ялҡын кеүек ялт-йолт итә,
Ҡапыл һикереп китә.
Йәйе уның эштә үтә,
Ҡышын сәтләүек сиртә.