Телеграф бағаналары, телефон (йомаҡтар)
- Ике тауҙың араһында
Ваҡ-ваҡ ағас ултыра.
Ай ҙа тимәй, көн дә тимәй,
Үкереп илап ултыра. - Теҙелеп киткән күп ағас,
Япраҡ ярмаҫ ҡыу ағас. - Еп һуҙыла, еп һуҙыла,
Оҙон юлдың буйына,
Иван менән Степан
Тотоп тора ҡулына. - Һөйләп бирә тел менән,
Үҙе китә юл менән,
Юлы ағас башында. - Үҙе бында ултыра,
Һүҙҙе тегендә тултыра.