Тел-теш ҡырҡыу (тел-теш төйөү ҙә тиҙәр) — ҡарғыштан, ғәйбәттән, яман һүҙҙән, насар күҙҙән дауалау ырымы.

Бәғзе кеше тураһында төрлө ғәйбәт һөйләһәләр, уны ҡарғаһалар, кеше иҫнәп ауырый. Уны йоҡо баҫа, хәлһеҙләнә, ашағыһы килмәй. Хатта ғаилә ағзалары ла, малы ла ауырыҡһына. Бындай ауырыуҙы тел-теш баҫыу, тел-теш сире тиҙәр.

Нисек башҡарыла

үҙгәртергә

Уға ҡаршы борон-борондан төрлө имдәр, ырымдар ҡулланғандар. (Сибай ҡалаһында йәшәгән Гөлдәр инәй Сирғәлина дауалауы буйынса. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙе ҡарғыштан, ғәйбәттән, яман һүҙҙән, насар күҙҙән тел-теш ҡырҡыу ырымы аша һаҡлай).

Тел теш төйөү өсөн тәүҙә имләтеүсенең буйы оҙонлоғо итеп (алғы яҡтан үлсәнә) ике башҡа ете төрлө еп үлсәп алаһың. Ептәрҙең төҫөн кешеләрҙең күҙҙәре төҫөнә (ҡара, һоро, күк, зәңгәр, йәшел һ.б.) оҡшатып һайлайһың. Ептәрҙең етеһен бер, етеһен бер итеп, бергә ҡушып, ике бау яһайһың.

Тәүҙә береһенә, унан икенсеһенә 41 -әр төйөн, барлығы 82 төйөн төйнәйһең, һәр төйөндө төйнәр алдынан, йәғни һикһән ике тапҡыр, шундай әпсен әйтелә:

Имсе: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Имләтеүсе: Инәй, ни төйәһең?

Имсе: Тел-теш төйәм. Дошмандарҙың телен төйәм. Фәхрибаныу ҡыҙы Фатиманың (имләтеүсенең әсәһенең һәм үҙенең исеме әйтелә) дошмандарының телен тыйып, утҡа яғып, бәхетен яңыртам, һаулығын яңыртам. Имен-һау йәшәүе өсөн шуны төйәм, — ти ҙә бер төйөн төйнәй. Нисә төйөн төйнәгәнеңдең һанын яңылышмаҫ өҫөн алдыңа 41 ноҡот ташы (Гөлдәр инәйҙең ноҡот таштары Каспий диңгеҙенән алып ҡайтылған, Ҡара диңгеҙҙән алып килтерелгәне лә бар) һалып ҡуйырға кәрәк.

Имсе, бисмилләһир-рахмәнир-рахим, тигәс тә, бер ташты алын, ситкә ҡуяһың, таштар ситкә алынып бөткәс, төйөндө төйнәгәндә яңылышлыҡ китмәгәнме, тип, уларҙы ҡабатлап һанап, тикшереп сығаһың.

Ҡырҡ берәр төйөнлө ике бау әҙер булғас, береһен алып, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡаһың. һәр төйөндө ҡырҡыр алдынан шундай әпсен әйтелә:

Имләтеүсе: Инәй, ни ҡырҡаһың?

Имсе: Тел-теш ҡырҡам. Дошмандарҙың телен ҡырҡам.

Бөтә төйөндәрҙе лә ҡырҡып бөткәс, уларҙы һоҫҡоға йәки икенсе бер яйлы һауытҡа бер аҙ артыш та ҡатнаштырып һалып, яндыраһың (ҡырҡылған ептәр тиҙерәк тоҡанып китһен өсөн Гөлдәр инәй һоҫҡо төбөнә бәләкәй ҡағыҙ киҫәге лә һала). Имләтеүсегә өс тапҡыр төтөнөн еҫкәтәһең, биленән һоҫҡоно өс тапҡыр уратып алаһың.

Ғәҙәттә, имләтеүсенең дошманының, уға яуызлыҡ теләгән кешенең күҙе (төйөнө) тиҙ генә янып бөтмәй ыҙалата, хатта яндырғанда ситкә һикерә, уны урынына кире һалып, яңынан яндыраһың. Бөтә ҡырҡ бер төйөн дә янып бөтөргә тейеш. Бының өсөн көлөн болғатып ҡарарға кәрәк. Янып бөтмәй ыҙалатҡан төйөндөң төҫө — дошманығыҙҙың күҙҙәренең төҫө.

Бөтә төйөндәр ҙә янып бөткәс, көлөн сепрәккә төрөп, имләтеүсегә бирәһең. Ул уны тупһаһына йәки ишек башына ҡыҫтырып ҡуйырға тейеш. Ҡырҡ бер төйөнлө икенсе бауҙы бетеү урынына беләккә урап та, муйынға тағып та, кеҫәңә һалып та йөрөтөргә мөмкин.

Тел-теш ҡырҡыу имләтеүсенең эшен ыңғайлата, яуыз уйлы кешеләрҙең уға юлын яңылыштыра, уны күрә алмай һөйләгәндәрҙең телен тотлоҡтора.

— Тел-теш ҡырҡыу имен башҡарып бөткәс, тупһаға ете тапҡыр ике ҡулың менән һуғып алаһың да, тотҡаны сайҡатҡан һалҡын һыу менән ҡулыңды, битеңде йыуаһың. Шул саҡта имләүсегә ул имләгән кешенең бер ниндәй сире лә, боҙомо ла йоҡмай, — ти Гөлдәр инәй.

Флорида ИҪӘНБАЕВА. Сибай ҡалаһы. 26 Башҡортостан ҡыҙы № 3, 2011

ТЕЛ-ТЕШ ҠЫРҠАМ

-Инәй, инәй, ни төйәһең?

-Тел-теш төйәм, им-том итәм,

Яңы бәхет, ҡот яңыртам,

Тел-теш һине баҫмаҫ бүтән!

Ямандың тотҡарлап телен,

Уйҙарының бороп осон,

Тел-теш төйәм, тел-теш ҡырҡам,

Ҡарғыш-ғәйбәт елгә осһон.

Ете төҫлө епте һайлап,

Ҡырҡ бер тапҡыр төйәм төйөн.

Әпсен, доғаларым әйтәм,

Йәнең тыныс булһын, тием.

Әпсен әйтеп, һиңә тағам,

Тыныс булһын тирә-яғың.

Тел-тештәрҙән арынырһың,

Ҡайтыр матур, һап-һау сағың.

- Инәй, инәй, нимә ҡырҡаң?

- Тел-теш бөтһөн, китһен яман.

Ҡырҡ бер төйөн ҡырҡып тағы,

Ҡырҡындыһын утҡа яғам.

Утҡа яғам, көл итәмен,

Яҙлыҡһын да китһен юлы.

Тел-теш ҡырҡҡан минең түгел,

Ғәйшә-Фатиманың ҡулы.

Айһылыу Хәсәнова.

10 май 2022 сәғ. 17:50