Тереләрҙең бурыстары
Мәрхүмдәрҙе ерләү - тереләр иңенә төшкән бурыс.
Мәрхүмдәрҙе тәрбиәләү
үҙгәртергәМәрхүмдәрҙе ерләү - тереләр иңенә төшкән бурыс.
Мәрхүмдәрҙе тәрбиәләүҙең тейешле тәртибе бар динебеҙҙә:
- Ауырыу йәки бәләгә 1 арыған кешенең йән бирере беленһә, хатта беленмәгән саҡта ла, ауыр хәлдәге кеше янында һау кешенең ултырыуы бик тә кәрәкле. Сөнки яҡты донъя менән хушлашасаҡ кешенең әйтер һүҙен, һуңғы теләген тындар кешенең ултырыуы бик тә әһәмиәтле. Психологик йәһәттән донъя менән хушлашасаҡ кеше, эргәһендә яҡындарының йәки табиптарҙың булыуынан еңеллек кисерә, йөрәген ҡурҡыу биләмәй.
- Әгәр кеше йән бирә икән, ауыҙы асыҡ ҡалмаһын өсөн, ауыҙын яптырып, яулыҡ йәки берәй сепрәк менән эйәк аҫтынан уратып, башына (түбәһенә) еңелсә тарттырып бәйләп ҡуйыу кэрәк.
- Мәрхүмдең күҙҙәрен йомдорорға кәрәк. Мәйеттең күҙҙәре асыҡ килеш ҡалмаһын өсөн, тимер аҡса (элекке биш тинлек йәки хәҙерге ике йәки биш һумлыҡ аҡса) менән күҙ бәбәктәрен баҫтырып ҡуйырға тейешле.
- Мәрхүм һалҡын бүлмәгә (мөмкинлек бар ерҙә) күсерелә. Мәрхүмдең кәүҙәһе ҡаты урынға һалына. Өҫтөнә йоҡа ябыу ябырға кәрәк.
- Мәрхүмдең кәүҙәһе турайтылып һалына. Ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙып һалына. Мәрхүмдең ҡулдарын (йәки һыңар ҡулын) күкрәккә (кендек өҫтөнә) ҡуйыу динебеҙ йолаһына тап килмәй. Мәрхүмдең ҡулдарын күкрәккә (кендек өҫтөнә) ҡуйыу - христиан һәм йәһүдиҙәр ғәҙәте.
- Кеше вафат булғас та, уға бағышлап, Ҡөрьән уҡыуҙы ашыҡтырырға ярамай.
- Әгәр өйҙә, фатирҙа урын тар түгел икән һәм мәйетте урынлаштырыуауыр мәсьәлә һаналмай икән, мәйетте уң яғы менән ҡиблаға ҡаратып һалырға кәрәк.
- Мәйет янында ултырған кешеләр уның һул яғында урынлаша (йөҙҙәре ҡиблаға табан ҡарай).
- Бүлмә тар булыу сәбәпле мәйетте уң ҡабырғаһы менән ҡиблаға ҡаратып һалыу мөмкин түгел икән, уны аяҡтары менән ҡиблаға ҡаратып һалып, баш яғын бейегәйтеберәк ҡуйырға мөмкин.Бындай саҡта мәйет янында ултырыусылар уның баш осо яғынан йөҙҙәрен ҡиблаға ҡаратып ултыра.
- Мәйетте йыуып кәфенләгәс кенә Ҡөрьән уҡыу дөрөҫ һанала. Йыуылмаған мәйеткә бағышлап Ҡөрьән уҡыу - мәкруһ ғәмәл.
- Йыуып кәфенләгәс, хушлашырға килгән кешеләргә күрһәтеү форсаты булһын өсөн мәйеттең йөҙөн асыҡ ҡалдырырға мөмкин. Зыяратта ҡәбер әҙер икәнлеге тураһында хәбәр килгәс, мәйеттең баш осонда кәфенлек төйнәп бәйләнә. Бер бәйләгәс, уны яңынан сисмәү хәйерле.
- Кешенең мәрхүм булыуы (донъянан үтеүе) хаҡында халыҡҡа белдереү, яҡындарына, дуҫ-иштәренә, күрше күләненә, ауылдаштарына хәбәр итеү, белдереү мөстәхәб ғәмәл, сауаплы эш һанала.